7 Санбаллат менән Товияһтың һәм ғәрәп, Ғаммон, Ашдод кешеләренең Йәрүсәлим диуарының аяҡҡа баҫтырылыуын, емерек урындарының бөтәштерелеүен ишеткәс, һарыуҙары ҡайнаны.
Һинең менән ҡатын араһына, Һинең тоҡом менән уның тоҡомо араһына Дошманлыҡ һалам Мин. Ҡатындың улы башыңды иҙер, Һин уның үксәһен сағырһың».
Раббы, Үҙенең ҡолдары пәйғәмбәрҙәр аша әйткәндәренә ярашлы, Йәһүҙәне юҡ итер өсөн уға ҡаршы Халдей, Арам, Моав, Ғаммон баҫҡынсыларын ебәрҙе.
Күпмелер ваҡыттан һуң моавтар менән ғаммондар, йәнә лә Мағон иленән ҡайһы берәүҙәр уларға ҡушылып, Йеһошафатҡа ҡаршы яу аса.
Батшаға шул мәғлүм булһын: беҙ Йәһүҙә өлкәһенә, бөйөк Алланың йортона барҙыҡ. Ул ҙур-ҙур таштарҙан төҙөлә, диуарҙарға ҡырлы бүрәнәләр һалып ҡалдырыла; эштәре бик йылдам һәм уңышлы бара.
Хорон кешеһе Санбаллат менән ғаммондар түрәһе Товияһ, Исраил халҡы мәнфәғәтен ҡайғыртып йөрөгән кеше килгәнен ишеткәс, йәндәре көйҙө.
Быны ишеткәс, Хорон кешеһе Санбаллат, ғаммондар түрәһе Товияһ һәм ғәрәп Гешем беҙҙән мыҫҡыллы көлөп: – Нимә эшләргә уйлайһығыҙ? Әллә батшаға ҡаршы баш күтәрергә йөрөйһөгөҙмө? – тинеләр.
Диуарҙы төҙөүебеҙҙе ишеткәс, Санбаллаттың бик ныҡ асыуы килде, йәне көйөп, йәһүдтәрҙе мыҫҡыл итте.
Әммә беҙ диуар төҙөүҙе дауам иттек һәм ул яртыһына тиклем күтәрелде. Халыҡ күтәренке күңел менән эшләне.
Бергәләшеп Йәрүсәлимгә һуғыш менән барырға һәм унда бола ойошторорға мәкер ҡорҙолар.
Бөтә дошмандарыбыҙ, тирә-яғыбыҙҙағы һәммә халыҡтар быны ишетеп ҡурҡтылар һәм уларҙың үҙ-үҙҙәренә ышаныстары бөттө, сөнки был эште Аллабыҙ ярҙамы менән башҡарып сыҡҡаныбыҙҙы аңланылар.
улар араһында йәшәгән барса килмешәктәргә, Ғус еренең бөтә батшаларына, пелештиҙәр иленең бөтә батшалары – Ашҡылон, Газа, Ғәҡрон ҡалалары хакимдары һәм Ашдодтың иҫән ҡалған халҡына;
Исмәғил Неҫанъяһ улы нөгәрҙәр башлығы Невузарадан тарафынан Миспала Ахиҡам улы Гедалъяһ ҡарамағына ҡалдырылған бөтә халыҡты, шулай уҡ батша ҡыҙҙарын әсиргә алды һәм улар менән бергә ғаммондарға йүнәлде.
Раббы былай ти: «Ғаммондар енәйәт артынан енәйәт ҡыла, Енәйәттәре саманан ашты. Минең ҡарарым ҡаты: Биләмәләрен киңәйткән саҡта Ғилғәдтә ауырлы ҡатындарҙың Ҡорһаҡтарын бүҫкән өсөн,
Ашдодтағы тәхет хужаһын, Ашҡылонда хакимлыҡ таяғы эйәһен юҡҡа сығарам; Мин Ғәҡронға ҡаршы ҡул күтәрәм, Имен ҡалған пелештиҙәр юҡ булыр!» – ти Раббы Хаким.
Ашдод ҡәлғәләрендә иғлан итегеҙ, Мысыр ерендәге нығытмаларҙа белдерегеҙ: «Самарияның тау баштарына артылығыҙ, Эсендәге башбаштаҡлыҡты күрегеҙ: Унда ҡыҫырыҡлау, иҙеү хөкөм һөрә!»
Быны ишеткәс, Юғары кәңәшмә ағзалары ярһып китеп илселәрҙе үлтерергә теләне.
Аждаһаның ҡатынға асыуы ҡабарҙы, һәм ул уның Алла бойороҡтарын үтәгән, Ғайса хаҡында шаһитлыҡ биргән ҡалған балаларына ҡаршы һуғышырға китте.
Әммә ғаммон Нахаш уларға: – Тик бер генә шарт менән килешеү төҙөйөм, – тип яуапланы. – Һәр берегеҙҙең уң күҙен соҡоп алам да, бөтә Исраилды мәсхәрәгә ҡалдырам.