3 Ә уның эргәһендә торған Ғаммон кешеһе Товияһ: – Төҙөһөндәр, әйҙә, таш диуарҙары төлкө һикереп менһә лә емерелеп төшөргә тора, – тине.
Бынан һуң Бен-Һадад уға: – Самариянан ҡалған саң-туҙан яугирҙәремә ҡуш услап алырға етһә, мине аллаларҙың ҡаты ҡәһәре һуҡһын, – тигән хәбәр ебәрҙе.
– Әгәр солох төҙөшөргә килһәләр, тереләй ҡулға алығыҙ. Алыш менән килһәләр ҙә тереләй ҡулға алығыҙ! – тип бойорҙо Бен-Һадад.
Әйҙә минең хакимым Ашшур батшаһы менән ҡул һуғып килешегеҙ әле. Ул: «Мин һиңә ике мең баш ат бирәм – уларға һыбайлылар таба алырһыңмы икән?» – тип әйтә.
Хорон кешеһе Санбаллат менән ғаммондар түрәһе Товияһ, Исраил халҡы мәнфәғәтен ҡайғыртып йөрөгән кеше килгәнен ишеткәс, йәндәре көйҙө.
Быны ишеткәс, Хорон кешеһе Санбаллат, ғаммондар түрәһе Товияһ һәм ғәрәп Гешем беҙҙән мыҫҡыллы көлөп: – Нимә эшләргә уйлайһығыҙ? Әллә батшаға ҡаршы баш күтәрергә йөрөйһөгөҙмө? – тинеләр.
Санбаллатҡа, Товияһҡа, ғәрәп Гешемға һәм башҡа дошмандарыбыҙға минең диуарҙы төҙөп бөтөрөүем һәм унда емерек урындарҙың ҡалмауы хаҡында хәбәр барып ишетелгәс, әйткәндәй, мин ул ваҡытта ҡапҡаларҙы ҡуймаған да инем әле –
Бушап ҡалды Сион тауы, Унда хәҙер тик төлкөләр гиҙә.
Ғаммон һәм Моав кешеләре Раббы халҡы иҫәбенә инә алмай, хатта уларҙың нәҫеле лә унынсы быуынына тиклем Раббы халҡы иҫәбенә инә алмай.