Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Нөхәмияһ 4:23 - Изге Яҙма

23 Үҙем дә, ағай-энеләрем дә, хеҙмәтселәрем менән мине оҙатып йөрөгән һаҡсыларым да – һис беребеҙ өҫтөбөҙҙәге кейемебеҙҙе сисмәнек. Һыу ташығанда ла ҡулыбыҙҙа ҡорал ине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Нөхәмияһ 4:23
8 Iomraidhean Croise  

Бынан тыш мин халыҡҡа: – Һәр кем үҙ кешеләре менән төнгөлөккә Йәрүсәлимдә ҡалһын, – тинем. – Улар төнөн һаҡта, ә көндөҙ эштә булһын.


Бер мәлде ҡайһы бер ирҙәр менән уларҙың ҡатындары үҙҙәренең йәһүд ҡәрҙәштәренән зарланып тауыш ҡуптарҙы.


Бының урынына мин бөтөн көсөмдө диуарҙы төҙөү эшенә һалдым. Баҫыуҙар һатып алманыҡ, бөтә хеҙмәтселәрем дә диуарға эшкә йөрөнө.


Йәрүсәлим менән идара итергә туғаным Ханани менән Йәрүсәлим ҡәлғәһе башлығы Хананъяһты ҡуйҙым. Сөнки Хананъяһ күптәргә ҡарағанда тоғро һәм Алланан ҡурҡҡан кеше ине.


Бер-береһен этмәй-төртмәй, Сафтарҙы боҙмай туп-тура елә, Ҡоралдар араһынан йырып үтәләр, Уларҙы туҡтатыу мөмкин түгел.


Әммә хәҙер кем булһам, Алла мәрхәмәте менән мин шул булдым. Ул күрһәткән мәрхәмәт бушҡа китмәне, башҡа илселәрҙең һәммәһенә ҡарағанда ла тырышыбыраҡ хеҙмәт иттем. Хәйер, мин түгел, ә минең менән булған Алла мәрхәмәте хеҙмәт итте.


Ҡоҙоҡ янында һыу биреүселәр тауышы: Унда Раббының еңеүҙәре, Исраил башлыҡтары еңеүҙәре тураһында йырлайҙар. Шул саҡ Раббы халҡы ҡапҡаларға ынтылды.


Авимәләх ғәскәре менән Салмон тауына табан йүнәлде. Балта алып, ағас ботаҡтары ҡырҡҡыланы ла, иңбашына һалып, үҙе менән булған яугирҙәргә: – Минең нимә эшләгәнемде күрҙегеҙме? Һеҙ ҙә тиҙерәк шулай эшләгеҙ, – тине.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan