18 Һәр төҙөүсенең билендә ҡылыс булды, улар ошо хәлдә эшләне. Борғосо минең эргәмдә торҙо.
мин диуарҙың иң тәпәш урындарының артына, асыҡ урынға ҡылыс-һөңгөләр, уҡ-һаҙаҡтар менән ҡоралландырып, һәр ғаилә кешеләренән һаҡ ҡуйҙым.
Дәрәжәле кешеләргә, башлыҡтарға һәм ҡалған халыҡҡа мин әйтеп ҡуйҙым: – Эш күп һәм киң майҙанға һуҙылған, ә беҙ бөтә диуар буйынса таралып, бер-беребеҙҙән айырылғанбыҙ.
Күҙәтсе, ҡылыстың илгә яҡынлашҡанын күреп, халыҡты иҫкәртер өсөн борғо ҡысҡыртыр.
Дошман, ерегеҙгә килеп, һеҙгә һөжүм итһә, борғоларығыҙҙы хәүеф барлығын белгертеп ҡысҡыртығыҙ. Аллағыҙ Раббы һеҙҙе иҫенә төшөрөр, дошмандарығыҙҙан ҡотҡарыр.