Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Нөхәмияһ 4:16 - Изге Яҙма

16-17 Шул көндән башлап кешеләремдең ҡап яртыһы эш менән мәшғүл булды, ҡалған яртыһы ҡулдарында һөңгө һәм ҡалҡан, уҡ-һаҙаҡ тотоп, һарайта кейеп һаҡта торҙо; башлыҡтар диуарҙы аяҡҡа баҫтырыуҙа ҡатнашҡан бөтә йәһүдтәргә таяныс булды. Йөк ташыусылар ҙа ҡораллы ине; бер ҡулдары менән эш башҡарҙылар, икенсе ҡулдары менән һөңгө тоттолар.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Нөхәмияһ 4:16
8 Iomraidhean Croise  

Дошмандар беҙгә ҡаршы ҡорған ниәттәренең мәғлүм булғанын һәм Алла уларҙың мәкерле уйын боҙғанын аңлағас, барыбыҙ ҙа диуарға кире килеп, һәр беребеҙ үҙ эшенә тотондо.


Үҙем дә, ағай-энеләрем дә, хеҙмәтселәрем менән мине оҙатып йөрөгән һаҡсыларым да – һис беребеҙ өҫтөбөҙҙәге кейемебеҙҙе сисмәнек. Һыу ташығанда ла ҡулыбыҙҙа ҡорал ине.


Көн-төн әрнеп иңрәүемдән Ҡоро һөйәк тә тирегә ҡалдым,


Уның уртаһында баштан кейер өсөн уйым булһын. Туҡыманың сите туҙрамаһын өсөн уйымдың ситтәре яға һымаҡ итеп тегелһен.


Барыһы ла ҡылыс таҡҡан, Оҫта һуғышсылар. Төнгө дәһшәттән һаҡланыу өсөн Һәммәһенең ҡылысы билендә.


Эйәрләп аттар менегеҙ, Һыбайлылар, торҡа кейегеҙ ҙә теҙелегеҙ. Һөңгө башаҡтарын үткерләгеҙ, Һарайтағыҙҙы кейегеҙ!»


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan