Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Нөхәмияһ 4:14 - Изге Яҙма

14 Бөтәһен дә ҡарап сыҡҡандан һуң, тороп, дәрәжәле кешеләргә, башлыҡтарға, ҡалған халыҡҡа: – Ҡурҡмағыҙ уларҙан, бөйөк үә дәһшәтле Хакимыбыҙ Раббыны хәтерегеҙҙә тотоғоҙ! Ағай-энеләрегеҙ, улдарығыҙ һәм ҡыҙҙарығыҙ, ҡатындарығыҙ һәм йорттарығыҙ өсөн көрәшәһегеҙ, – тинем.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Нөхәмияһ 4:14
34 Iomraidhean Croise  

Батыр бул, халҡыбыҙ өсөн, Аллабыҙҙың ҡалалары өсөн ныҡ торайыҡ, ә Раббы Үҙе нисек хуш күрә, шулай эшләр.


– Ныҡ булығыҙ, батыр булығыҙ, Ашшур батшаһынан да, уның менән ябырылып килеүселәрҙән дә ҡурҡмағыҙ, ҡалтыранып төшмәгеҙ, сөнки уларҙа түгел, беҙҙең яҡта ҡөҙрәтлерәк көс.


– Эй Раббым, Күк Аллаһы, Үҙеңде яратҡан һәм бойороҡтарыңды тотҡан кешеләргә рәхимеңде һалыусы һәм килешеү шарттарын һаҡлаусы бөйөк вә дәһшәтле Алла! – тинем мин. –


Төньяҡтан алтын балҡыш килә, Алла дәһшәтле ғиззәт менән килә.


Һығылдыр ҙа күкте, йә Раббы, ергә төш! Ҡағыл тауҙарға, улар төтәп китерҙәр.


Һин мәңге уны фатихалайһың, Хозурыңдағы һөйөнөскә сорнайһың.


Дауыттың мәҙхиәһе. Һиңә, Раббы, ялбарып өндәшәм, Ҡаям минең, өнһөҙ ҡала күрмә. Әгәр яуап ҡайтармаһаң, Ҡәбергә төшкәндәргә оҡшап ҡалырмын.


Эй килегеҙ, Алланың ғәмәлдәрен күрегеҙ! Ниндәй дәһшәтле хикмәттәр ҡылды Әҙәм улдарының күҙ алдында:


Шул саҡ ер йөҙөндә юлың мәғлүм булыр, Бар халыҡтар араһында ҡотҡарыуың билдәле булыр.


Ҡәүемдәр ҡыуанып күңел асһын, Сөнки Һин халыҡтарҙы ғәҙел хөкөм итәһең, Ер йөҙөндәге ҡәүемдәргә юл күрһәтәһең. Села


Тыныс булығыҙ, Раббы һеҙҙең өсөн һуғышасаҡ.


Раббы яу арбаларының тәгәрмәстәрен тығылдырҙы ла, улары йүнләп әйләнмәне. – Тиҙерәк ҡасайыҡ был Исраил халҡы янынан! – тине мысырҙар. – Раббы улар яғында беҙгә ҡаршы һуғыша.


Йәш сағыңда, яман көндәрең килеп еткәнсе, «Улар миңә бер ниндәй рәхәтлек килтермәй», – тип әйтер йылдарың яҡынлашҡансы, ҡояш һәм яҡтылыҡ, ай һәм йондоҙҙар тоноҡланмаҫ, ямғыр артынан йәнә болоттар әйләнеп ҡайтмаҫ элек, Бар ҡылыусыңды иҫеңдә тот.


Килешеүгә хыянат иткәндәрҙе ул юхалап үҙенә ҡаратыр. Әммә үҙ Аллаһына тоғролар көслө булыр һәм уға ҡаршы торор.


Унан Раббы һуғыш ваҡытындағы кеүек был ҡәүемдәргә ҡаршы сығып һуғышыр.


Фәҡәт Раббыға ҡаршы баш күтәрмәгеҙ. Ул ерҙәрҙең халҡынан ҡурҡмағыҙ. Беҙ уларҙы икмәк кеүек ашап бөтөрәсәкбеҙ. Яҡлаусылары уларҙы ташлап китте, ә беҙҙең менән – Раббы. Уларҙан ҡурҡмағыҙ!


Тәнде үлтереп тә, йәнде үлтерә алмағандарҙан ҡурҡмағыҙ. Йәһәннәмдә тәнде лә, йәнде лә һәләк итә алған Алланан ҡурҡығыҙ!


Ҡарағыҙ! Аллағыҙ Раббы был ерҙе һеҙгә бирҙе. Ата-бабаларығыҙҙың Аллаһы Раббы ҡушҡанса, барығыҙ, уны биләгеҙ. Ҡурҡмағыҙ, ҡыйыу булығыҙ!»


Сөнки Аллағыҙ Раббы – ул аллаларҙың Аллаһы, хакимдар Хакимы, бөйөк, ҡөҙрәтле һәм дәһшәтле Алла. Ул кемдең кем икәненә ҡарамай, ришүәт тә алмай.


Шулай булғас, беҙ ҡыйыу рәүештә: «Раббым – минең Ярҙамсым, шуға ла ҡурҡмайым. Әҙәм миңә нимә ҡыла ала?» – тип әйтә алабыҙ.


Мин һиңә ныҡ һәм ҡыйыу бул, тип бойорам. Ҡурҡма һәм рухыңды төшөрмә, сөнки Аллаң Раббы ҡайҙа ғына барһаң да һинең менән бергә булыр.


Шунда килеп еткәс, Әфраим таулығында үҙенең мөгөҙ борғоһон ҡысҡыртты. Шунан Исраил халҡы уның менән бергә тауҙарҙан төштө. Уларҙың башында Эһуд ине.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan