13 мин диуарҙың иң тәпәш урындарының артына, асыҡ урынға ҡылыс-һөңгөләр, уҡ-һаҙаҡтар менән ҡоралландырып, һәр ғаилә кешеләренән һаҡ ҡуйҙым.
Улар янында йәшәгән йәһүдтәр килеп: «Беҙҙең янға килегеҙ, юҡһа һеҙгә һөжүм итергә уйлайҙар», – тип әллә нисәмә тапҡыр киҫәткәс,
Мин дә уларға хәбәрселәр аша: «Мин мөһим эш менән мәшғүлмен, шуға күрә бара алмайым. Һеҙгә китһәм, эш туҡтап ҡала бит!» – тип яуап ҡайтарҙым.
Кем беҙҙең Аллабыҙ Раббыға оҡшаш? Ул юғарыла тәхет ҡорған.
Бына Мин һеҙҙе бүреләр араһына һарыҡтар кеүек ебәрәм. Шуға күрә, йылан һымаҡ зирәк һәм күгәрсендәй эскерһеҙ булығыҙ.
Имандаштар, уйҙарығыҙ балалыҡ үлсәмендә ҡалмаһын, яманлыҡҡа ҡарата – сабыйҙарса саф күңелле, ә фекер йөрөтөү рәүешегеҙ менән ололар һымаҡ булығыҙ.