Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Нөхәмияһ 4:12 - Изге Яҙма

12 Улар янында йәшәгән йәһүдтәр килеп: «Беҙҙең янға килегеҙ, юҡһа һеҙгә һөжүм итергә уйлайҙар», – тип әллә нисәмә тапҡыр киҫәткәс,

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Нөхәмияһ 4:12
7 Iomraidhean Croise  

Һиндәге егерме йылым шулай үтте минең. Ун дүрт йыл ҡыҙҙарың өсөн, алты йыл мал алыу өсөн эшләнем, ә һин билдәләгән түләү хаҡын гел үҙгәртеп торҙоң.


ә ул мине алдап, билдәләгән хаҡты гел үҙгәртеп торҙо. Тик Алла уға миңә ҡарата яуызлыҡ эшләргә юл ҡуйманы.


Ә дошмандарыбыҙ үҙ-ара: – Ҡапыл урталарына бәреп инһәк, улар беҙҙе күреп тә, белеп тә өлгөрмәҫтәр, үлтереп бөтөрәбеҙ ҙә эштәрен туҡтатабыҙ, – тип һөйләштеләр.


мин диуарҙың иң тәпәш урындарының артына, асыҡ урынға ҡылыс-һөңгөләр, уҡ-һаҙаҡтар менән ҡоралландырып, һәр ғаилә кешеләренән һаҡ ҡуйҙым.


Инде унар тапҡыр кәмһетеп сыҡтығыҙ, Оялмайынса нахаҡҡа рәнйеттегеҙ.


Батша ниндәй генә һорау бирмәһен һәм ниндәй генә йомаҡтың яуабын һорамаһын, уларҙың аҡылы һәм белеме батшалыҡтағы барлыҡ тылсым һәм сихыр эйәләренән ун тапҡырға өҫтөнөрәк булып сыҡты.


шөһрәтемде, Минең Мысырҙа һәм сүллектә ҡылған мөғжизәләремде күреп тә, Мине ун тапҡыр һынаған, әйткәнемде тыңламаған әҙәмдәрҙең береһе лә


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan