11 Ә дошмандарыбыҙ үҙ-ара: – Ҡапыл урталарына бәреп инһәк, улар беҙҙе күреп тә, белеп тә өлгөрмәҫтәр, үлтереп бөтөрәбеҙ ҙә эштәрен туҡтатабыҙ, – тип һөйләштеләр.
Хәҙер ул арыған, хәлдән тайған, уға һөжүм итеп ҡурҡытһам, янындағылар барыһы ла ҡасып китәсәк. Мин тик батшаны ғына үлтерермен.
Ул арала Йәһүҙә халҡы: – Ҡый түгеүселәрҙең хәле бөттө, ә сүп-сарҙың иге-сиге юҡ. Шуға күрә был диуарҙы төҙөп бөтә алмабыҙ, – тип зарланды.
Улар янында йәшәгән йәһүдтәр килеп: «Беҙҙең янға килегеҙ, юҡһа һеҙгә һөжүм итергә уйлайҙар», – тип әллә нисәмә тапҡыр киҫәткәс,
Беҙ Аллабыҙға доға ҡылдыҡ һәм уларҙан һаҡланыу өсөн көндөҙ ҙә, төндә лә ҡарауыл ҡуйҙыҡ.
Йә Алла, асмандан да юғарыраҡ ҡалҡ, Шөһрәтең бар ер йөҙөн иңләһен!
Бәлә килер – арбай алмаҫһың, Ҡаза төшөр – ҡыуа белмәҫһең. Ҡапыл әле уйыңда ла булмаған һәләкәткә юлығырһың.
Көн тыуғас, ҡайһы бер йәһүдтәр бергә йыйылып яуыз ниәт ҡорҙо һәм Паулусты үлтергәнгә тиклем ашамаҫҡа-эсмәҫкә ант итте.
Ләкин һин уларҙы тыңлама, сөнки Паулусты үлтергәнгә тиклем ашамаҫҡа һәм эсмәҫкә ант иткән ҡырҡтан ашыу кеше уны һағалап тора. Улар инде Паулусты үлтерергә әҙер, һеҙҙең һүҙегеҙҙе генә көтәләр.
сөнки һеҙ Раббы көнөнөң, төндә ингән ҡараҡ кеүек, көтмәгәндә етәсәген яҡшы беләһегеҙ.