Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Нөхәмияһ 4:10 - Изге Яҙма

10 Ул арала Йәһүҙә халҡы: – Ҡый түгеүселәрҙең хәле бөттө, ә сүп-сарҙың иге-сиге юҡ. Шуға күрә был диуарҙы төҙөп бөтә алмабыҙ, – тип зарланды.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Нөхәмияһ 4:10
10 Iomraidhean Croise  

Сөләймән быларҙың етмеш меңен йөк ташыусы, һикһән меңен тауҙарҙа таш ҡырҡыусы, өс мең алты йөҙөн халыҡты ҡарап эшләтер өсөн күҙәтеүсе итеп ҡуя.


йөк ташыусыларҙы оҙатып йөрөй һәм һәр төрлө вазифа башҡарыусыларҙың эшен күҙәтә; сәркәтиптәр ҙә, мөдирҙәр ҙә, ҡапҡа һаҡсылары ла левиҙәрҙән була.


Ә дошмандарыбыҙ үҙ-ара: – Ҡапыл урталарына бәреп инһәк, улар беҙҙе күреп тә, белеп тә өлгөрмәҫтәр, үлтереп бөтөрәбеҙ ҙә эштәрен туҡтатабыҙ, – тип һөйләштеләр.


Үҙенең ағай-энеләре менән Самарияның ғәскәре алдында: – Ни эшләйҙәр был меҫкен йәһүдтәр? Диуарҙы тулыһынса аяҡҡа баҫтырмаҡсылармы? Ҡорбандарын килтерә башларҙармы? Бер көн эсендә тамамламаҡсылармы? Тупраҡ өйөмө араһындағы янып ҡарайған таштарға йән индерерҙәрме? – тине.


Беҙ Аллабыҙға доға ҡылдыҡ һәм уларҙан һаҡланыу өсөн көндөҙ ҙә, төндә лә ҡарауыл ҡуйҙыҡ.


– Эй әҙәм улы, Бабил батшаһы Навуходоносор үҙенең ғәскәрен Тир ҡалаһын ҡамағанда ауыр эш менән ныҡ йонсотто. Яугирҙәренең сәстәре ҡойолоп бөттө, ауыр йөк ташыуҙан яурындары иҙелде. Әммә күргән михнәттәренә ҡарамаҫтан, үҙенә лә, ғәскәренә лә Тирҙан файҙа булманы.


– Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Был халыҡ, Раббы йортон төҙөргә ваҡыт етмәне әле, – тип әйтә».


Калев Мусаны уратып алған халыҡты тынысландырырға теләп: – Әйҙәгеҙ, барып һөжүм итәйек тә ул ерҙе яулап алайыҡ, көсөбөҙ етерлек, – тине.


Әшкол үҙәненә барып еттеләр, Раббы уларға бирергә вәғәҙә иткән ерҙе күрҙеләр, ләкин исраилдарҙы унда барыуҙан кире һүрҙеләр.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan