1 Диуарҙы төҙөүебеҙҙе ишеткәс, Санбаллаттың бик ныҡ асыуы килде, йәне көйөп, йәһүдтәрҙе мыҫҡыл итте.
Баш ҡаһин Әлйәшивтән тыуған Йоядағтың бер улы Хорон кешеһе Санбаллаттың кейәүе ине. Мин уны үҙемдең янымдан ҡыуып ебәрҙем.
Хорон кешеһе Санбаллат менән ғаммондар түрәһе Товияһ, Исраил халҡы мәнфәғәтен ҡайғыртып йөрөгән кеше килгәнен ишеткәс, йәндәре көйҙө.
Быны ишеткәс, Хорон кешеһе Санбаллат, ғаммондар түрәһе Товияһ һәм ғәрәп Гешем беҙҙән мыҫҡыллы көлөп: – Нимә эшләргә уйлайһығыҙ? Әллә батшаға ҡаршы баш күтәрергә йөрөйһөгөҙмө? – тинеләр.
Элул айының егерме бишенсе көнөндә, илле ике көн эсендә, диуар төҙөү тамамланды.
Бөтә дошмандарыбыҙ, тирә-яғыбыҙҙағы һәммә халыҡтар быны ишетеп ҡурҡтылар һәм уларҙың үҙ-үҙҙәренә ышаныстары бөттө, сөнки был эште Аллабыҙ ярҙамы менән башҡарып сыҡҡаныбыҙҙы аңланылар.
– Мин халдейҙар яғына сыҡҡан йәһүҙиҙәрҙән ҡурҡам, – тине Сидкияһ батша Йермеяһҡа. – Халдейҙар мине уларҙың ҡулына бирер ҙә, улар мине ғазаплар тип хәүефләнәм.
Һируд, үҙенең аҡыл эйәләре тарафынан алданғанын аңлап, бик ныҡ ярһыны. Ул, аҡыл эйәләренең һүҙенә таянып, Баланың йәшен билдәләне лә, Бейт-Ләхәмдәге һәм уның тирәһендәге ике йәшкә тиклемге бөтә ир балаларҙы үлтерергә бойороп, үҙенең кешеләрен ебәрҙе.
Сәнскәктән таж үреп башына һалдылар, уң ҡулына таяҡ тотторҙолар ҙа алдында тубыҡланып: – Йәшәһен йәһүдтәр Батшаһы! – тип мыҫҡыллап көлдөләр.
Иң баш ҡаһин һәм уның яҡлылар, йәғни саддукей төркөмөндәгеләр, көнләшеүҙән шартлар хәлгә етеп,
Ҡайһы берҙәре мыҫҡыл ителә, ҡамсы менән һуғыла, ҡайһы берҙәре хатта бығауланып, төрмәләргә ябыла.