9 Уларҙың эргәһендә Йәрүсәлимдең яртыһына идара иткән Хур улы Рефаяһ эшләне.
Харумаф улы Йедаяһ иһә уның янында үҙ йорто ҡаршыһында эшләне. Уның менән йәнәш Хашавнеяһ улы Хаттуш төҙәтеү эштәрен башҡарҙы.
Уларҙан арыраҡ Йәрүсәлимдең икенсе яртыһына идара иткән Һаллохеш улы Шаллум үҙенең ҡыҙҙары менән эшләне.
Артабан Дауыт ғаиләһенең төрбәләре ҡаршыһына, ҡаҙылған быуаға һәм Батырҙар йортона тиклемге урынды Бейт-Сур биҫтәһенең яртыһы менән идара иткән Ғазбук улы Нөхәмияһ төҙәтте.
Унан ары Бани улы Рехум етәкселеге аҫтында левиҙәр төҙәтте. Рехум янында Ҡығила биҫтәһенең яртыһына идара иткән Хашавъяһ үҙ төбәгенең вәкиле булараҡ эшләне.