6 Иҫке ҡапҡаны Пасеах улы Йоядағ менән Бесодъяһ улы Мешуллам йүнәтте: улар ҡапҡаның өрлөгөн һалып, ҡапҡаһын яһап, йоҙаҡ һәм арҡыры бик эшләп ҡуйҙы.
Быға бары Ғасаһил улы Йонаҫан менән Тиҡуа улы Яхзеяһ ҡына ҡаршы сыҡты, ә Мешуллам менән леви Шаббеҫай уларҙың фекерен хупланы.
Әфраим ҡапҡаһы, Иҫке ҡапҡа, Балыҡ ҡапҡаһы эргәһенән һәм Хананил манараһы, Меа манараһы янынан үтеп, Һарыҡ ҡапҡаһына тиклем барҙыҡ та Һаҡсылар ҡапҡаһы янында туҡталдыҡ.
Уларҙан һуң Теҡоға кешеләре йүнәтте. Әйткәндәй, уларҙың арҙаҡлы кешеләре Раббы Хакимдары өсөн ҡыл да ҡыбырҙатманы.