5 Уларҙан һуң Теҡоға кешеләре йүнәтте. Әйткәндәй, уларҙың арҙаҡлы кешеләре Раббы Хакимдары өсөн ҡыл да ҡыбырҙатманы.
Теҡоғаға кеше ебәреп унан бер аҡыллы ҡатынды килтертте. Ул был ҡатынға: – Ҙур хәсрәткә тарыған кеше кеүек өҫтөңә ҡайғы кейемдәре кей ҙә, зәйтүн майы һөртмәйенсә, мәрхүм булған кеше өсөн күп көндәр илаған ҡатын ҡиәфәтендә
Бейт-Ләхәм менән Ғетамды, Теҡоғаны,
Унан да арыраҡ – алғараҡ сығып торған ҙур манара ҡаршыһынан Ғофел диуарына тиклем Теҡоға кешеләре эшләне.
Уларҙан ары диуарҙы Һаҡҡостан тыуған Урияһ улы Меремоҫ йүнәтте; улар янында Мешезавилдан тыуған Бәрәхъяһ улы Мешуллам эшләне; арыраҡ Бағана улы Садоҡ эшләне.
Иҫке ҡапҡаны Пасеах улы Йоядағ менән Бесодъяһ улы Мешуллам йүнәтте: улар ҡапҡаның өрлөгөн һалып, ҡапҡаһын яһап, йоҙаҡ һәм арҡыры бик эшләп ҡуйҙы.
Йәһүҙә батшаһы Сидкияһҡа ла ошо һүҙҙәрҙе еткерҙем: – Муйындарығыҙҙы Бабил батшаһы ҡалыбы аҫтына ҡуйығыҙ. Уға һәм халҡына хеҙмәт итегеҙ, шул саҡта иҫән ҡалырһығыҙ, – тинем. –
Раббы миңә былай тине: – Үҙеңә ҡайыштары менән ҡалып яһап ал да муйыныңа кей.
Берәй ҡәүем йәки батшалыҡ, Бабил батшаһы Навуходоносорға хеҙмәт итеп, муйынына Бабил батшаһының ҡалыбын кеймәһә, был ҡәүемде уның ҡулы менән ҡырып бөтөргәнгә тиклем ҡылыс, аслыҡ һәм ҡырғын менән язалайым, – тип белдерә Раббы. –
«Эй Бинйәмин нәҫеле, Йәрүсәлимдән ҡаса һалығыҙ! Теҡоғала борғо ҡысҡыртығыҙ! Бейт-Һаккәрәмдә ут яғып белдерегеҙ! Ана, төньяҡтан ҡурҡыныс һәләкәт килә.
Теҡоғала һарыҡ үрсетеүселәрҙең береһе булған Ғамостың һүҙҙәре. Йәһүҙә батшаһы Ғуззияһ һәм Исраил батшаһы Йеһоаш улы Яровғам хакимлыҡ иткән осорҙа, ер тетрәрҙән ике йыл алда, Ғамосҡа Исраил тураһында күренмеш булды.
Минең ҡамытымды үҙегеҙгә кейегеҙ ҙә Минән өйрәнегеҙ, сөнки Мин – йыуаш һәм баҫалҡымын. Шул мәлдә йәнегеҙ тыныслыҡ табыр.
Шулай булғас, аталарыбыҙ ҙа, беҙ үҙебеҙ ҙә күтәрә алмаған йөктө шәкерттәр иңенә һалып, ни өсөн һеҙ хәҙер Алланы һынайһығыҙ?
Имандаштар, Алла саҡырған ваҡытта һеҙ кем инегеҙ? Арағыҙҙа, әҙәмсә фекер йөрөткәндә, аҡыллылар ҙа, ҡөҙрәтлеләр ҙә, затлы нәҫелдән булғандар ҙа күп түгел ине бит.
„Мероз ҡалаһын ләғнәтлә! – тине Раббы фәрештәһе. – Унда йәшәүселәрҙе ҡарға! Улар Раббыға ярҙамға килмәнеләр. Баһадирҙарға ҡаршы алышҡа Ярҙамға килмәнеләр Раббыға“.