4 Уларҙан ары диуарҙы Һаҡҡостан тыуған Урияһ улы Меремоҫ йүнәтте; улар янында Мешезавилдан тыуған Бәрәхъяһ улы Мешуллам эшләне; арыраҡ Бағана улы Садоҡ эшләне.
Ҡаһиндар нәҫеленән: Ховаяһ нәҫеле, Һаҡҡос нәҫеле, Барзиллай нәҫеле. Барзиллай Ғилғәдтә йәшәгән Барзиллай ҡыҙҙарының береһенә өйләнә лә уның исеме менән йөрөй башлаған була.
Дүртенсе көндә беҙ бөтә алтын-көмөштө, һауыт-һабаны Аллабыҙ йортонда Урияһ улы Меремоҫ ҡаһиндың ҡулына тапшырҙыҡ. Пинхас улы Әлғазар, левиҙәр Йешуағ улы Йозавад, Биннуй улы Ноғадъяһ уның менән ине.
Бунни, Ғазгад, Бевай,
Мешезавил, Садоҡ, Яддуағ,
Мешуллам, Авияһ, Миямин,
Унан ары Әлйәшив йорто ишегенән алып шул йорт бөткән ергә тиклем Һаҡҡос улы Урияһтан тыуған Меремоҫ төҙәтте.
Балыҡ ҡапҡаһын Сенаа нәҫеле төҙөнө: ҡапҡаның өрлөктәрен һалып, ҡапҡаһын яһап, йоҙаҡ һәм арҡыры бик эшләп ҡуйҙылар.
Унан арыраҡ диуарҙы Шәләмъяһ улы Хананъяһ менән Салафтың алтынсы улы Ханун төҙәтте. Уларҙың йәнәшәһендә Бәрәхъяһ улы Мешуллам үҙ торлағына ҡаршы урынды рәткә килтереп ҡуйҙы.
Уларҙан һуң Теҡоға кешеләре йүнәтте. Әйткәндәй, уларҙың арҙаҡлы кешеләре Раббы Хакимдары өсөн ҡыл да ҡыбырҙатманы.
Эш шунда: Йәһүҙәнең байтаҡ кешеләре уның менән ант беркеткән ине. Сөнки ул Арах улы Шеханъяһтың кейәүе ине, ә Йеһоханан исемле улы Бәрәхъяһ улы Мешулламдың ҡыҙына өйләнгәйне.
Ҡаһиндарҙан: Ховаяһ нәҫеле, Һаҡҡос нәҫеле, Барзиллай нәҫеле. Барзиллай Ғилғәдтә йәшәгән Барзиллай ҡыҙҙарының береһенә өйләнә лә уның исеме менән йөрөй башлаған була.