3 Балыҡ ҡапҡаһын Сенаа нәҫеле төҙөнө: ҡапҡаның өрлөктәрен һалып, ҡапҡаһын яһап, йоҙаҡ һәм арҡыры бик эшләп ҡуйҙылар.
Шунан һуң ул Дауыт ҡалаһының тышҡы диуарын төҙөтә, уны Гихондан көнбайышта, үҙән буйлап Балыҡ ҡапҡаһына тиклем үткәреп, Ғофел тирәләй әйләндерә һәм бик ныҡ бейегәйтә. Йәһүҙәлә бөтә нығытылған ҡалаларға хәрби башлыҡтар ҡуя,
Сенаа нәҫеленән – өс мең алты йөҙ утыҙ кеше.
Әфраим ҡапҡаһы, Иҫке ҡапҡа, Балыҡ ҡапҡаһы эргәһенән һәм Хананил манараһы, Меа манараһы янынан үтеп, Һарыҡ ҡапҡаһына тиклем барҙыҡ та Һаҡсылар ҡапҡаһы янында туҡталдыҡ.
Тағы батша урмандары өсөн яуаплы кеше Асафҡа хат яҙҙырып, Алла йорто эргәһендәге ҡәлғә ҡапҡалары, ҡала диуары һәм үҙемә йәшәп торорлоҡ йорт һалыу өсөн өрлөклөк ағас бирергә бойорһаң ине, – тип һораным. Батша һораған нәмәләрҙең барыһын да бирҙе, сөнки Алламдың игелекле ҡулы минең өҫтөмдә ине.
Уларҙан ары диуарҙы Һаҡҡостан тыуған Урияһ улы Меремоҫ йүнәтте; улар янында Мешезавилдан тыуған Бәрәхъяһ улы Мешуллам эшләне; арыраҡ Бағана улы Садоҡ эшләне.
Иҫке ҡапҡаны Пасеах улы Йоядағ менән Бесодъяһ улы Мешуллам йүнәтте: улар ҡапҡаның өрлөгөн һалып, ҡапҡаһын яһап, йоҙаҡ һәм арҡыры бик эшләп ҡуйҙы.
Санбаллатҡа, Товияһҡа, ғәрәп Гешемға һәм башҡа дошмандарыбыҙға минең диуарҙы төҙөп бөтөрөүем һәм унда емерек урындарҙың ҡалмауы хаҡында хәбәр барып ишетелгәс, әйткәндәй, мин ул ваҡытта ҡапҡаларҙы ҡуймаған да инем әле –
Диуар төҙөлөп бөтөп, ҡапҡаларҙы ҡуйғандан һуң, ҡапҡа һаҡсылары, йырсылар һәм левиҙәр тәғәйенләнде.
Сенаа нәҫеленән – өс мең туғыҙ йөҙ утыҙ кеше.
Ул көндө, – тип белдерә Раббы, – Балыҡ ҡапҡаһынан һыҡтау, Яңы биҫтәһенән ҡысҡырып илау, Барлыҡ түбәләрҙә бөйөк ҡыйралыш шауы яңғырап торор.