12 Уларҙан арыраҡ Йәрүсәлимдең икенсе яртыһына идара иткән Һаллохеш улы Шаллум үҙенең ҡыҙҙары менән эшләне.
Уларҙың эргәһендә Йәрүсәлимдең яртыһына идара иткән Хур улы Рефаяһ эшләне.
Ҡапҡа һаҡсылары: Шаллум, Атер, Талмон, Ғаҡҡув, Хатита һәм Шовай нәҫелдәренән бер йөҙ утыҙ һигеҙ кеше.
Оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙар зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөн, нәҙек етен иләп алып килде.
Тоғро көрәштәшем, һинән дә үтенеп һорайым, минең менән, шулай уҡ Клемес һәм исемдәре тормош китабына яҙылған башҡа хеҙмәттәштәрем менән Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыу хаҡына көрәшкән ошо ҡатындарға ярҙам ит.