9 Мин Евфрат йылғаһы аръяғындағы өлкә башлыҡтарына барып, батшаның хаттарын бирҙем. Батша миңә эйәртеп ғәскәр баштарын һәм һыбайлы яугирҙәр ҙә ебәргәйне.
Юлда беҙҙе дошмандарҙан һаҡлау өсөн батшанан ғәскәр һәм һыбайлы яугирҙәр һорарға оялдым, сөнки беҙ батша менән һөйләшкәндә: «Үҙенә һыйынғандарға Аллабыҙҙың рәхмәте киң, ә Үҙен ташлағандарға асыуы яман», – тигәйнек.
Шунан: – Батшам күңеленә хуш килеп, Йәһүҙәгә мине имен-аман үткәреп ебәрһендәр өсөн батшалығыңдың Евфрат йылғаһы аръяғындағы өлкә башлыҡтарына бер хат бирһәң ине.