7 Шунан: – Батшам күңеленә хуш килеп, Йәһүҙәгә мине имен-аман үткәреп ебәрһендәр өсөн батшалығыңдың Евфрат йылғаһы аръяғындағы өлкә башлыҡтарына бер хат бирһәң ине.
Дарий батша шундай фарман сығарҙы: Евфрат йылғаһы аръяғындағы өлкә башлығы Таттенай Шеҫар-Бозенай һәм уларҙың әшнәләре булған ерле түрәләр менән унан китһен.
Мин, Артахшаста батша, Евфрат йылғаһы аръяғындағы өлкәнең бөтә ҡаҙнасыларына шундай фарман бирәм: Күк Аллаһы ҡанунын өйрәтеүсе Ғөзәйер ҡаһин һеҙҙән нимә һораһа, шуны һис кисекмәҫтән бирегеҙ.
Юлда беҙҙе дошмандарҙан һаҡлау өсөн батшанан ғәскәр һәм һыбайлы яугирҙәр һорарға оялдым, сөнки беҙ батша менән һөйләшкәндә: «Үҙенә һыйынғандарға Аллабыҙҙың рәхмәте киң, ә Үҙен ташлағандарға асыуы яман», – тигәйнек.
Улар батшаның фармандарын батша һанаттарына һәм Евфрат йылғаһы аръяғындағы өлкә башлыҡтарына тапшырҙы һәм тегеләр Исраил халҡына һәм Алла йортона ярҙам күрһәтте.
Мин Евфрат йылғаһы аръяғындағы өлкә башлыҡтарына барып, батшаның хаттарын бирҙем. Батша миңә эйәртеп ғәскәр баштарын һәм һыбайлы яугирҙәр ҙә ебәргәйне.
Улар эргәһендә Ғивғон кешеһе Мелатъяһ менән Мероноҫ кешеһе Ядон һәм Евфрат йылғаһы аръяғындағы өлкә башлығына буйһонған Ғивғон һәм Миспа халҡы эшләне.