6 Батшабикә лә батша янында ултыра ине. Батша минән: – Сәфәрең күпмегә һуҙылыр? Ҡасан әйләнеп ҡайтырһың? – тип һораны. Ваҡытын әйткәс, батша миңә китергә рөхсәт бирҙе.
Эй бөйөк Хакимым, ялбарамын, Һинең исемеңде сикһеҙ ололауҙан ҡыуаныс тапҡан ҡолоңдоң доғаһын, барлыҡ ҡолдарыңдың доғаһын ишетә генә күрһәң ине. Бына хәҙер Үҙ ҡолоңа ярҙам итһәнә, батшаның мәрхәмәтенә юлыҡтырһана Раббым. Мин ул ваҡыт батшаның шарап ҡойоусыһы инем.
Был хәлдәр булғанда мин Йәрүсәлимдә юҡ инем. Бабил батшаһы Артахшаста хакимлығының утыҙ икенсе йылында мин батша янына барғайным. Күпмелер ваҡыт үткәс, батшанан рөхсәт алып,
Батша: – Һин минән нимә теләйһең һуң? – тип һораны. Мин, Күк Аллаһына доға ҡылып,
батшаға: – Батшам күңеленә хуш килеп, мин ҡолоңдо үҙеңдең илтифатыңа лайыҡ итһәң, мине Йәһүҙәгә, ата-бабаларымдың ҡәберҙәре ятҡан ҡалаға ебәрһәң ине. Мин уны төҙөкләндерер инем, – тип яуап ҡайтарҙым.
Тағы бер нәмә: мин Йәһүҙә ерендә өлкә башлығы итеп билдәләнгән көнөмдән башлап – Артахшаста батша хакимлыҡ итә башлағандың егерменсе йылынан алып утыҙ икенсе йылына тиклем – ун ике йыл буйына мин үҙем һәм туғандарым өсөн тейешле булған аҙыҡты алманым.
Боронғо харабаларҙы ҡабат торғоҙорһоң, Иҫке нигеҙҙәр өҫтөнә яңыларын ҡорорһоң. Һине „емерек диуарҙарҙы төҙәтеүсе, Йәшәү өсөн урамдарҙы яңыртыусы“ тип атарҙар.
Улар боронғо харабаларҙы аяҡҡа баҫтырыр, Элекке емереклектәрҙе ҡабат төҙөр, Әллә нисә быуындар буйы Ташландыҡ ятҡан ҡалаларҙы яңынан ҡорор.
Улар Мине саҡырғансы уҡ яуап бирермен, Өндәшеп тә өлгөрмәҫтәр, ишетермен.
Бел һәм төшөн: Йәрүсәлимде аяҡҡа баҫтырырға һәм яңынан төҙөргә тигән хәбәрҙән алып, мәсехләнгән хаким килгәнгә тиклем ете тапҡыр етешәр йыл һәм тағы алтмыш ике тапҡыр етешәр йыл үтер – ошо ваҡыт эсендә оҙон соҡорҙары, урамдары менән ҡала аяҡҡа баҫтырылыр, ләкин былар афәтле йылдар булыр.