Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Нөхәмияһ 2:5 - Изге Яҙма

5 батшаға: – Батшам күңеленә хуш килеп, мин ҡолоңдо үҙеңдең илтифатыңа лайыҡ итһәң, мине Йәһүҙәгә, ата-бабаларымдың ҡәберҙәре ятҡан ҡалаға ебәрһәң ине. Мин уны төҙөкләндерер инем, – тип яуап ҡайтарҙым.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Нөхәмияһ 2:5
12 Iomraidhean Croise  

Шунда Йоав батшаға ергә тиклем баш эйеп рәхмәт әйтте лә: – Хәҙер инде ҡолоң белә: мин бөгөн хакимым батшаның мәрхәмәтенә лайыҡ булдым, сөнки батша үҙенең ҡоло теләгәнсә эшләне, – тине.


Әгәр ҙә батша кәрәк тип таба икән, Бабилдағы мөһим яҙмалар һаҡланған йортта эҙләп ҡараһындар: Кир батша Йәрүсәлимдә Алла йортон ҡайтанан төҙөргә фарман сығарғанмы йәки юҡмы икәнен күрерҙәр. Һин батшаның был эшкә ҡарата ҡарарын беҙгә мәғлүм ҡылыуҙарын һорайбыҙ.


Батша: – Һин минән нимә теләйһең һуң? – тип һораны. Мин, Күк Аллаһына доға ҡылып,


Батшабикә лә батша янында ултыра ине. Батша минән: – Сәфәрең күпмегә һуҙылыр? Ҡасан әйләнеп ҡайтырһың? – тип һораны. Ваҡытын әйткәс, батша миңә китергә рөхсәт бирҙе.


Әгәр ҙә батша хуп күрһә: «Вашти батшабикә бынан ары Ахашверош батша янына инмәһен», – тип үҙ исеменән бойороҡ сығарһын. Был бойороҡ Фарсы һәм Мадай ҡанундарына яҙылһын һәм башҡаса үҙгәртелмәһен. Батшабикәлек дәрәжәһен иһә батша Ваштиҙан алып яҡшыраҡ ҡатынға бирһен.


әгәр ҙә мин батшаның күңеленә хуш булһам, әгәр ҙә батша мин һорағанды эшләргә, минең үтенесемде үтәргә рәхим итеп риза булһа, батша Һаман менән иртәгә лә мин улар өсөн ойошторған табынға килһен. Шул саҡта батшаның һорауына яуап бирермен.


Эстер батшабикә былай тип яуапланы: – Әгәр ҙә мин батшаның күңеленә хуш килһәм, эй батшам, әгәр ҙә батша рәхим итеп минең үтенесемде үтәр булһа, минең ғүмеремде һаҡлаһын – бына мин унан нимә һорайым. Минең халҡымды һаҡлаһын – бына мин нимә хаҡында ялбарам.


– Әгәр ҙә батша мәғҡул күрһә, мин уның мәрхәмәтен ҡаҙанған булһам, был эште батша дөрөҫ тип тапһа һәм мине хуш күрһә, Агаг нәҫеленән булған Һаммедаҫа улы Һамандың батшаның бөтә өлкәләрендә йәшәгән йәһүдтәрҙе ҡырып бөтөү өсөн яҙған хаттарын юҡҡа сығарыу тураһында фарман яҙылһын ине.


шул саҡ үҙең дә Алла һәм кеше күҙендә мәрхәмәт табып, хөрмәт ҡаҙанырһың.


Бел һәм төшөн: Йәрүсәлимде аяҡҡа баҫтырырға һәм яңынан төҙөргә тигән хәбәрҙән алып, мәсехләнгән хаким килгәнгә тиклем ете тапҡыр етешәр йыл һәм тағы алтмыш ике тапҡыр етешәр йыл үтер – ошо ваҡыт эсендә оҙон соҡорҙары, урамдары менән ҡала аяҡҡа баҫтырылыр, ләкин былар афәтле йылдар булыр.


Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар! Ике йөҙлөләр! Һеҙ ағартылған ҡәбер мәмерйәләре кеүекһегеҙ: тыштан улар матур булып күренә, ә эсе мәйет һөйәктәре һәм төрлө шаҡшы нәмә менән тулы.


Рут: – Миңә ҡарата рәхимлеһең, әфәндем. Һинең хеҙмәтсе ҡатындарың араһынан булмаһам да, мин ҡолоңдо тынысландырҙың, яғымлы һүҙҙәрең менән күңелемде йыуаттың, – тине.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan