Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Нөхәмияһ 2:3 - Изге Яҙма

3 – Батша мәңге йәшәһен! Йөҙөм ниңә ҡайғылы булмаһын инде минең? Ата-бабаларым ерләнгән ҡала ташландыҡ хәлдә ята, ҡала ҡапҡалары яндырылған! – тинем.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Нөхәмияһ 2:3
21 Iomraidhean Croise  

Баҫ-Шевағ батшаның алдында теҙләнеп йөҙтүбән ергә ҡапланды ла: – Хакимым Дауыт батша мәңге йәшәһен! – тине.


Навуходоносор батша хакимлығының ун туғыҙынсы йылында, бишенсе айҙың етенсе көнөндә Бабил батшаһының яраны, нөгәрҙәр башлығы Невузарадан Йәрүсәлимгә инде.


Утыҙ ике йәшендә тәхеткә ултырған Йеһорам Йәрүсәлимдә һигеҙ йыл батшалыҡ итә, ул мәрхүм булғас, илаусы-һыҡтаусы табылмай. Уны Дауыт ҡалаһында дәфен ҡылһалар ҙа, батшалар төрбәһенә ҡуймайҙар.


Ахаз үлеп, ата-бабалары хозурына күсә һәм уны Йәрүсәлим ҡалаһында дәфен ҡылалар, тик Исраил батшалары төрбәһенә ҡуймайҙар. Уның урынына улы Хизкияһ батша була.


Хизкияһ үлеп, ата-бабаларына ҡушыла һәм уны Дауыт нәҫеле төрбәһенең үрге яғына дәфен ҡылалар. Хизкияһ вафат булғас, бөтә Йәһүҙә халҡы һәм Йәрүсәлим кешеләре уны хөрмәтләп оҙата. Уның урынына улы Менашше батша була.


Алла ҡорамын яндыралар, Йәрүсәлим диуарҙарын емерәләр, бөтә затлы һарайҙарҙы үртәйҙәр, затлы әйберҙәрен ваталар.


Улар былай тине: – Әсирлектән ҡотолоп ҡайтҡандар унда, өлкәлә, үтә ауыр һәм кәмһетелгән хәлдәләр; Йәрүсәлимдең диуарҙары емерелгән, ҡапҡалары яндырылған.


Төндә мин Үҙән ҡапҡаһы аша Аждаһа шишмәһе эргәһенән Тиреҫ ҡапҡаһы янына килдем. Йәрүсәлимдең емерек диуарҙарын, уның яндырылған ҡапҡаларын ҡарап сыҡтым.


Халҡымдың өҫтөнә ябырылған был афәткә нисек түҙәйем дә, ырыуымдың юҡҡа сығыуына нисек битараф ҡалайым? – тине.


Сөнки Ул нисек яратылғаныбыҙҙы белә, Тупраҡ булғаныбыҙ Уның хәтерендә.


Әҙәм ғүмере – гүйә бер үлән; Ялан гөлө һымаҡ сәскә атыр,


Юғарыла Раббы – Ул түбәнһетелгәндәрҙе күрә, Тәкәбберҙәрҙе алыҫтан танып тора.


Кеше йөрөй бары күләгәләй, Бушҡа ғына ығы-зығы килә, Байлыҡ йыя, кемгә ҡаласағын белмәй.


Навуходоносор батша хакимлығының ун туғыҙынсы йылында, бишенсе айҙың унынсы көнөндә Бабил батшаһының хеҙмәтсеһе, нөгәрҙәр башлығы Невузарадан Йәрүсәлимгә инде.


Ҡапҡалары ергә батып керҙе, Раббы арҡыры биктәрен ҡырып һалды; Батша менән түрәләрен Ят ҡәүемдәр араһына таратты. Ҡанун өйрәтелмәй; пәйғәмбәрҙәренә Раббынан күренмеш килмәй.


Халдей аҡыл эйәләре батшаға арами телендә: – Батшабыҙға мәңге йәшәргә яҙһын! Беҙгә, ҡолдарыңа, төшөңдө һөйлә, беҙ уны юрарбыҙ, – тине.


Улар Навуходоносор батшаға: – Мәңге йәшә, батшабыҙ!


Батшаның әсәһе батшабикә, улы менән уның вәзир-бәктәренең нимә хаҡында һөйләшкәнен белеп ҡалғас, мәжлес барған бүлмәгә керҙе лә: – Мәңге йәшә, батша! – тине. – Һин юҡҡа ҡурҡҡанһың, йөҙөң юҡҡа ағарынған.


Шул саҡ Даниил батшаға: – Мәңге йәшә, батшам! – тине. –


Шунан был вәзирҙәр һәм идарасылар күмәкләшеп батша янына килделәр ҙә былай тип һүҙ башланылар: – Дарий батшаға мәңге йәшәргә яҙһын!


Ҡалаларығыҙҙы хараба итермен, табыныу урындарығыҙҙы бушлыҡҡа әйләндерермен, Миңә хуш еҫ өсөн килтергән ҡорбандарығыҙҙы ҡабул итмәм.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan