18 Шунда мин Алланың игелекле ҡулы өҫтөмдә булғанын, шулай уҡ батшаның миңә әйткән һүҙҙәрен һөйләнем. Улар миңә: – Әйҙәгеҙ, төҙөйөк, – тинеләр ҙә был изге эшкә тотонорға ныҡлы ҡарар ҡылдылар.
Ә хәҙер көслө һәм ҡыйыу булығыҙ; хакимығыҙ Шаул вафат булды, ә Йәһүҙә ырыуы мине үҙенә батша итеп мәсехләне.
Раббы һүҙе буйынса Дауытты бөтә исраилдар менән бергә Исраилға батша итеп ҡуйҙырыуға бөтә тырышлығын һалған кешеләр түбәндәгеләр була.
Батыр бул, халҡыбыҙ өсөн, Аллабыҙҙың ҡалалары өсөн ныҡ торайыҡ, ә Раббы Үҙе нисек хуш күрә, шулай эшләр.
Хизкияһтың күңеле күтәрелеп китә, емерелгән диуарҙы торғоҙа, уның өҫтөнә манаралар төҙөттөрә, тыштан тағы бер диуар ҡорҙорта, Дауыт ҡалаһындағы Миллоны нығыттырып, күпләп ҡорал, ҡалҡандар әҙерләтә.
Ете көн буйы шатлана-шатлана Сөсө икмәк байрамын билдәләнеләр, сөнки Раббы уларға ҡыуаныс бирҙе – Ашшур батшаһының илтифатын ҡаҙандырҙы һәм батша Исраил Аллаһының йортон һалыуға булышлыҡ күрһәтте.
Тағы батша урмандары өсөн яуаплы кеше Асафҡа хат яҙҙырып, Алла йорто эргәһендәге ҡәлғә ҡапҡалары, ҡала диуары һәм үҙемә йәшәп торорлоҡ йорт һалыу өсөн өрлөклөк ағас бирергә бойорһаң ине, – тип һораным. Батша һораған нәмәләрҙең барыһын да бирҙе, сөнки Алламдың игелекле ҡулы минең өҫтөмдә ине.
Йомғаҡлап шуны әйтәм: Раббыла Уның көсө һәм ҡеүәте менән нығынығыҙ.
Сөнки Үҙенең ихтыяры менән һеҙҙә теләк һәм эш итеү һәләте уятып, Алла Үҙе һеҙҙә эш итә.
Шаулдың улы Йонаҫан, Хорешҡа Дауыт янына килеп, уның Аллаға өмөтөн нығытып китте.