Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Нөхәмияһ 2:13 - Изге Яҙма

13 Төндә мин Үҙән ҡапҡаһы аша Аждаһа шишмәһе эргәһенән Тиреҫ ҡапҡаһы янына килдем. Йәрүсәлимдең емерек диуарҙарын, уның яндырылған ҡапҡаларын ҡарап сыҡтым.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Нөхәмияһ 2:13
9 Iomraidhean Croise  

Бынан тыш, Ғуззияһ Йәрүсәлимдәге Мөйөш ҡапҡаһы, Үҙән ҡапҡаһы башына һәм диуарҙың мөйөшөндә манаралар төҙөп, уларҙы нығыттыра.


Улар былай тине: – Әсирлектән ҡотолоп ҡайтҡандар унда, өлкәлә, үтә ауыр һәм кәмһетелгән хәлдәләр; Йәрүсәлимдең диуарҙары емерелгән, ҡапҡалары яндырылған.


Шунан һуң мин Йәһүҙә түрәләрен диуарҙың өҫтөнә сығарҙым һәм, шөкөрана мәҙхиәләре йырлар өсөн, ике ҙур төркөм тәғәйенләнем. Уларҙың береһе диуар буйлап уң яҡҡа, Тиреҫ ҡапҡаһына табан атланы.


эргәмдәге бер нисә кеше менән төндә юлға сыҡтым. Йәрүсәлим өсөн нимә эшләргә кәрәклеге тураһында Алламдың йөрәгемә һалған фекерҙәрен бер кемгә лә әйтмәнем. Мин менгән ишәктән башҡа үҙебеҙ менән бер ниндәй ҙә мал алманыҡ.


үҙәндән китеп, күтәрелдем дә төн ҡараңғылығында диуарҙарҙы ҡарап йөрөнөм һәм Үҙән ҡапҡаһы аша кире ҡалаға әйләнеп ҡайттым.


Ниһайәт, мин уларға: – Ниндәй бөлгөнлөктә йәшәгәнебеҙҙе күрәһегеҙҙер, – тинем. – Йәрүсәлим емерелгән, ҡапҡалары яндырылған. Әйҙәгеҙ, Йәрүсәлимдең диуарҙарын төҙөйөк тә башҡа былай хурланып йәшәмәйек.


– Батша мәңге йәшәһен! Йөҙөм ниңә ҡайғылы булмаһын инде минең? Ата-бабаларым ерләнгән ҡала ташландыҡ хәлдә ята, ҡала ҡапҡалары яндырылған! – тинем.


Барығыҙ уның йөҙөм баҡсаларына, ҡырығыҙ, Әммә тотош төпләмәгеҙ. Ботаҡтарын ботарлап ташлағыҙ, Инде улар Раббыныҡы түгел.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan