Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Нөхәмияһ 2:10 - Изге Яҙма

10 Хорон кешеһе Санбаллат менән ғаммондар түрәһе Товияһ, Исраил халҡы мәнфәғәтен ҡайғыртып йөрөгән кеше килгәнен ишеткәс, йәндәре көйҙө.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Нөхәмияһ 2:10
26 Iomraidhean Croise  

Ул көндә халыҡ алдында Мусаның китабы ҡысҡырып уҡылды һәм унда шундай яҙыу табылды: «Ғаммондар һәм Моав кешеләре араһынан берәү ҙә бер ҡасан да Алла халҡы иҫәбенә инергә тейеш түгел,


Баш ҡаһин Әлйәшивтән тыуған Йоядағтың бер улы Хорон кешеһе Санбаллаттың кейәүе ине. Мин уны үҙемдең янымдан ҡыуып ебәрҙем.


Быға тиклем Аллабыҙ йортоноң келәттәре өсөн яуаплы итеп Әлйәшив ҡаһин тәғәйенләнгәйне. Ул, Товияһтың туғаны булғанға күрә,


Быны ишеткәс, Хорон кешеһе Санбаллат, ғаммондар түрәһе Товияһ һәм ғәрәп Гешем беҙҙән мыҫҡыллы көлөп: – Нимә эшләргә уйлайһығыҙ? Әллә батшаға ҡаршы баш күтәрергә йөрөйһөгөҙмө? – тинеләр.


Санбаллат менән Товияһтың һәм ғәрәп, Ғаммон, Ашдод кешеләренең Йәрүсәлим диуарының аяҡҡа баҫтырылыуын, емерек урындарының бөтәштерелеүен ишеткәс, һарыуҙары ҡайнаны.


Санбаллатҡа, Товияһҡа, ғәрәп Гешемға һәм башҡа дошмандарыбыҙға минең диуарҙы төҙөп бөтөрөүем һәм унда емерек урындарҙың ҡалмауы хаҡында хәбәр барып ишетелгәс, әйткәндәй, мин ул ваҡытта ҡапҡаларҙы ҡуймаған да инем әле –


Бөтә дошмандарыбыҙ, тирә-яғыбыҙҙағы һәммә халыҡтар быны ишетеп ҡурҡтылар һәм уларҙың үҙ-үҙҙәренә ышаныстары бөттө, сөнки был эште Аллабыҙ ярҙамы менән башҡарып сыҡҡаныбыҙҙы аңланылар.


Йәһүд Мордехай дәүләттә Ахашверош батшанан ҡала икенсе кеше булды. Йәһүдтәрҙең иң бөйөгө булған, күп һанлы ырыуҙаштарының тәрән ихтирамын яулаған Мордехай үҙ халҡының именлеген ҡайғыртты, тоҡомоноң яҡлаусыһы булды.


Асыу – ҡаты, ярһыу – тыйғыһыҙ, әммә көнсөллөк алдында кем сыҙай алыр?


ул да булһа, батша булған ҡолдо, күбенгәнсе ашаған алйотто,


Мин йәнә шуны күрҙем: ҡолдар атҡа атланып бара, хакимдар, ҡол һымаҡ, йәйәү бара ине.


Йөрәгем һыҙлана Моав өсөн! Моав кешеләре Соғарға, Ғәғләҫ-Шелишияһҡа ҡастылар. Илай-илай Лухиҫҡа ҡалҡалар, Үҙҙәренә ябырылған һәләкәттән Хоронаим юлында сеңләйҙәр.


Исмәғил Неҫанъяһ улы нөгәрҙәр башлығы Невузарадан тарафынан Миспала Ахиҡам улы Гедалъяһ ҡарамағына ҡалдырылған бөтә халыҡты, шулай уҡ батша ҡыҙҙарын әсиргә алды һәм улар менән бергә ғаммондарға йүнәлде.


Хешбон менән Әлғәленең иңрәүҙәре Яһасҡа олғашыр, Соғарҙан Хоронаимға, Ғәғләҫ-Шелишияһҡа саҡлы барып етер. Хатта Нимрим һыуҙары ҡорор.


Илай-илай Лухиҫҡа күтәреләләр. Хоронаимдан төшкән юлда Һәләкәт арҡаһында аһ-зар яңғырай.


Алла йорто һаҡсылары башлығы һәм баш ҡаһиндар, быны ишеткәс, тағы ни булыр икән инде, тип аптырашта ҡалды.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan