Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Нөхәмияһ 2:1 - Изге Яҙма

1 Артахшаста батша хакимлығының егерменсе йылында, нисан айында булды был хәл. Батшаға шарап алып килделәр. Мин уны батшаға бирҙем. Быға тиклем минең бер ваҡытта ла уға бойоҡ сырай менән күренгәнем юҡ ине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Нөхәмияһ 2:1
9 Iomraidhean Croise  

Ҡулымда фирғәүендең һауыты икән, тим. Мин йөҙөм тәлгәшен өҙөп алдым да, һутын теге һауытҡа һығып, фирғәүенгә бирҙем.


шарап ҡойоусылар башлығын элекке урынына ҡайтарҙы; ул тағы шараплы туҫтаҡты фирғәүен ҡулына тоттороп тора башланы;


Фарсы батшаһы Артахшаста дәүерендә Бишлам, Миҫредаҫ, Тавеил һәм уларҙың әшнәләре Артахшастаға ялыу яҙҙы. Хат арами телендә яҙылғайны.


Ошо хәлдәр булып үткәндән һуң, Фарсы батшаһы Артахшаста хакимлыҡ иткән саҡта, Бабилдан Ғөзәйер исемле кеше ҡайта. Уның шәжәрәһе былай: Ғөзәйер – Сераяһ улы, Сераяһ – Ғазаръяһ, Ғазаръяһ – Хилҡияһ,


Исраилдың бер ни тиклем халҡы, ҡаһиндар һәм левиҙәр, йырсылар, ҡапҡа һаҡсылары һәм ҡорам хеҙмәтселәре уның менән бергә Йәрүсәлимгә китә. Артахшаста батша етенсе йыл хакимлыҡ иткәндә була был.


Хахалъяһ улы Нөхәмияһтың һүҙҙәре. Фарсы батшаһы Артахшаста хакимлығының егерменсе йылында, кислеү айында мин Шушан ҡалаһының ҡәлғәһендә инем.


Эй бөйөк Хакимым, ялбарамын, Һинең исемеңде сикһеҙ ололауҙан ҡыуаныс тапҡан ҡолоңдоң доғаһын, барлыҡ ҡолдарыңдың доғаһын ишетә генә күрһәң ине. Бына хәҙер Үҙ ҡолоңа ярҙам итһәнә, батшаның мәрхәмәтенә юлыҡтырһана Раббым. Мин ул ваҡыт батшаның шарап ҡойоусыһы инем.


Ахашверош хакимлығының ун икенсе йылында, беренсе ай булған нисан айында, Һаман алдында көн һәм айҙы билдәләр өсөн, «пур», йәғни йәрәбә һалдылар. Йәрәбә ун икенсе ай булған адар айына төштө.


Бел һәм төшөн: Йәрүсәлимде аяҡҡа баҫтырырға һәм яңынан төҙөргә тигән хәбәрҙән алып, мәсехләнгән хаким килгәнгә тиклем ете тапҡыр етешәр йыл һәм тағы алтмыш ике тапҡыр етешәр йыл үтер – ошо ваҡыт эсендә оҙон соҡорҙары, урамдары менән ҡала аяҡҡа баҫтырылыр, ләкин былар афәтле йылдар булыр.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan