9 Минең бойороғом буйынса бүлмәләрҙе таҙарттылар һәм мин Алла йортоноң һауыт-һабаларын, икмәк саҙаҡаларын, хуш еҫле ыҫмаланы кире индерҙем.
былай ти: – Мине тыңлағыҙ, левиҙәр! Үҙегеҙҙе паклағыҙ, ата-бабаларығыҙҙың Аллаһы Раббының ҡорамын изгеләндерегеҙ, мөҡәддәс урындан уны нәжесләгән бөтә нәмәләрҙе сығарып ташлағыҙ.
Аллабыҙ йортондағы келәттәргә ҡаһиндар өсөн тәүге тарттырылған он, саҙаҡалар, төрлө ағас емештәрен, шарап, зәйтүн майы килтерергә һәм левиҙәргә еребеҙҙең ундан бер өлөшөнөң уңышын бирергә. Левиҙәр ер эшкәртеү менән шөғөлләнгән бөтә ҡалаларҙа ла уңыштың ундан бер өлөшөн йыясаҡ.
улар Аллаға ғибәҙәт ҡылыу, пакландырыу ғәмәлдәрен башҡарҙы. Шулай уҡ йырсылар һәм ҡапҡа һаҡсылары Дауыт менән уның улы Сөләймән билдәләгән тәртип буйынса хеҙмәт итте.
Ҡапҡа айуанында ишекле бүлмә булып, унда тотош яндырыу ҡорбандарын йыуалар ине.