2 сөнки улар Исраил халҡын икмәк һәм һыу менән ҡаршы алманы, уларҙы ҡәһәрләү өсөн Билғамды ялланы, әммә Аллабыҙ был ҡәһәрҙе фатихаға әйләндерҙе».
Халҡым Минең, иҫеңә төшөр, Моав батшаһы Балаҡтың ниәттәрен, Беғор улы Билғамдың яуаптарын, Шиттимдән Гилгалғаса булғандарҙы Хәтергә ал, шунда аңларһың Раббының һиңә күпме яҡшылыҡ күрһәткәнен».
Билғам, пәйғәмбәрлек итеп, былай тине: «Эй Балаҡ, тор ҙа тыңла мине, Әйткәндәремә ҡолаҡ һал, Сиппор улы.
Батша уларға яуабында: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Минең иң кесе туғандарымдың береһенә генә лә нимә эшләгән булһағыҙ, шуны Миңә эшләгәнһегеҙ», – тиер.
Ғаммон һәм Моав кешеләре Раббы халҡы иҫәбенә инә алмай, хатта уларҙың нәҫеле лә унынсы быуынына тиклем Раббы халҡы иҫәбенә инә алмай.
Сөнки Мысырҙан сыҡҡан сағығыҙҙа юлда һеҙҙе икмәк һәм һыу менән ҡаршыламанылар, етмәһә Арам-Наһараимдағы Пеҫор ҡалаһынан Беғор улы Билғамды һеҙҙе ҡарғар өсөн ялланылар.
Әммә Аллаң Раббы Билғамды тыңларға теләмәне, ҡарғышты фатихаға әүерелдерҙе, сөнки Аллаң Раббы һеҙҙе ярата.
Улар, тура юлдан тайпылып, аҙашты. Улар лайыҡһыҙ табыш алырға яратҡан Билғамға, Беғор улына, эйәрҙе.