16 Сығыштары менән Тирҙан булып, Йәрүсәлимдә йәшәгән кешеләр ҙә балыҡ һәм һәр төрлө тауар килтереп, шәмбе көндө Йәһүҙә халҡына һата ине.
Шул ваҡытта мин Йәһүҙәлә ҡайһы бер кешеләрҙең шәмбе көндө йөҙөм һуты һығыуҙарын, көлтә ташығандарын, ишәктәренә ашлыҡ, шарап, йөҙөм, инжир һәм һәр төрлө йөк тейәп, Йәрүсәлимгә һатырға килтергәндәрен күрҙем. Уларҙы был көндө аҙыҡ-түлек һатмаһындар тип киҫәттем.
Мин Йәһүҙәнең дәрәжәле кешеләренә: – Ниңә һеҙ ошондай золом ҡылып, шәмбе көнөн нәжесләйһегеҙ?
ә етенсе көн – шәмбе – Аллаң Раббыға бағышланған ял көнө. Был көндө бер кемгә лә эшләргә ярамай – үҙең дә, улың да, ҡыҙың да, ҡолоң да, ҡолиәң дә, малың да, арағыҙҙа йәшәгән килмешәк тә – бер нәмә лә эшләмәгеҙ.
Алты көн эшлә, етенсе көндө эшләмә, үгеҙең дә, ишәгең дә ял итһен, ҡолиәңдең улы ла, килмешәк тә хәл йыйһын.
Әммә етенсе көн – шәмбе – Аллаң Раббыға бағышланған ял көнө. Был көндө бер кемгә лә эшләргә ярамай – үҙең дә, улың да, ҡыҙың да, ҡолоң да, ҡолиәң дә, үгеҙең дә, ишәгең дә, һәр төрлө малың да, арағыҙҙа йәшәгән килмешәк тә бер нәмә лә эшләмәгеҙ. Үҙең кеүек ҡолоң да, ҡолиәң дә ял итһен.