Нөхәмияһ 13:12 - Изге Яҙма12 Йәһүҙә халҡының барыһы ла келәттәргә игендең, шарап һәм зәйтүн майының ундан бер өлөшөн килтерә башланы. Faic an caibideil |
Шул уҡ көндә бүләктәр, тәүге уңыш һәм уңыштың ундан бер өлөшө саҙаҡалары йыйыла торған келәттәргә кешеләр билдәләп ҡуйылды. Улар ҡала баҫыуҙарынан ҡаһиндар һәм левиҙәр өсөн ҡанунда күрһәтелгән өлөштө йыйырға тейеш. Сөнки хеҙмәт башҡарған ҡаһиндар менән левиҙәргә ҡарап ҡына ла йәһүдтәрҙең күңеле шатлыҡ менән тулды: