Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Нөхәмияһ 13:1 - Изге Яҙма

1 Ул көндә халыҡ алдында Мусаның китабы ҡысҡырып уҡылды һәм унда шундай яҙыу табылды: «Ғаммондар һәм Моав кешеләре араһынан берәү ҙә бер ҡасан да Алла халҡы иҫәбенә инергә тейеш түгел,

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Нөхәмияһ 13:1
22 Iomraidhean Croise  

Шунан Йәһүҙә кешеләрен, Йәрүсәлимдә йәшәүселәрҙе, ҡаһиндарҙы, пәйғәмбәрҙәрҙе, олоһонан алып кесеһенә тиклем бөтә халыҡты эйәртеп, Раббы ҡорамына сыҡты. Шунда ул Раббы ҡорамында табылған Килешеү китабын уларға бәйнә-бәйнә ҡысҡырып уҡыны.


Ул көндәрҙә мин тағы шуға шаһит булдым: йәһүдтәр Ашдод, Ғаммон, Моав ҡатындарына өйләнгән.


Хорон кешеһе Санбаллат менән ғаммондар түрәһе Товияһ, Исраил халҡы мәнфәғәтен ҡайғыртып йөрөгән кеше килгәнен ишеткәс, йәндәре көйҙө.


Быны ишеткәс, Хорон кешеһе Санбаллат, ғаммондар түрәһе Товияһ һәм ғәрәп Гешем беҙҙән мыҫҡыллы көлөп: – Нимә эшләргә уйлайһығыҙ? Әллә батшаға ҡаршы баш күтәрергә йөрөйһөгөҙмө? – тинеләр.


Ә уның эргәһендә торған Ғаммон кешеһе Товияһ: – Төҙөһөндәр, әйҙә, таш диуарҙары төлкө һикереп менһә лә емерелеп төшөргә тора, – тине.


Етенсе айҙың беренсе көнөндә ҡаһин Ғөзәйер йыйынға килгән ир-аттар, ҡатын-ҡыҙҙар һәм уҡығанды аңлай алырҙай барыһы алдына ҡанун китабын алып килде.


Улар көндөң дүрттән бер өлөшөндә баҫып торған килеш Аллалары Раббының ҡанун китабын уҡыны, унан Аллалары Раббыға сәждә ҡылып, гонаһтарын таныны.


Раббының китабынан табып уҡығыҙ: Ошоларҙың береһе лә килмәй ҡалмаҫ, Һәр йәнлек үҙенең ишен табыр. Сөнки был әмер Раббының ауыҙынан сыҡты, Уның рухы уларҙы бергә йыйыр.


Моав тураһында. Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Невоға ҡайғы! Уларҙың ҡалаһы харап булды. Ҡиръяҫаим мәсхәрәләнде, Дошман ҡулына ҡалды. Нығытмаһы хур булды – емерелде.


Раббы былай ти: «Ғаммондар енәйәт артынан енәйәт ҡыла, Енәйәттәре саманан ашты. Минең ҡарарым ҡаты: Биләмәләрен киңәйткән саҡта Ғилғәдтә ауырлы ҡатындарҙың Ҡорһаҡтарын бүҫкән өсөн,


Ул илселәрен тыуған яғына, Евфрат йылғаһын һыулаған Пеҫор ҡалаһына, Беғор улы Билғамды ярҙамға саҡырырға ебәрҙе: – Бына, Мысырҙан бер халыҡ сыҡты ла бөтә ер йөҙөн ҡапланы, – тип әйтергә ҡушты уға. – Был халыҡ минең йәнәштә генә төпләнде.


– Ҡанунда нимә тип яҙылған? Һин унан нимә уҡыйһың? – тип һораны Ғайса.


Ҡанундан һәм пәйғәмбәрҙәр яҙған китаптарҙан өҙөктәр уҡығандан һуң, ғибәҙәтхана башлыҡтары уларға хеҙмәтсе аша: – Туғандар! Халыҡҡа еткерергә теләгән нәсихәтегеҙ булһа, һөйләгеҙ, – тигән һүҙҙәрҙе еткерҙе.


Сөнки Муса ҡануны элек-электән һәр ҡалала вәғәз ителә, һәр шәмбе һайын ғибәҙәтханаларҙа уҡыла, – тине Яҡуп.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan