9 Ҡәрҙәштәре Бакбукъяһ менән Ғунни ғибәҙәт ваҡытында уларҙың ҡаршыһында тора торғайны.
Йешуағтың улы Йояҡим, Йояҡимдың улы Әлйәшив, Әлйәшивтең улы Йоядағ,
Левиҙәрҙең башлыҡтары Хашавъяһ, Шеревъяһ һәм Ҡадмиил улы Йешуағ бер яҡта, ҡәрҙәштәре икенсе яҡта торор һәм, Алла бәндәһе Дауыттың бойороғо буйынса, ҡара-ҡаршы маҡтау һәм шөкөрана ҡылыр булды.
Левиҙәр: Йешуағ, Биннуй, Ҡадмиил, Шеревъяһ, Йәһүҙә һәм ҡәрҙәштәре менән шөкөрана мәҙхиәләре башҡарыу өсөн яуаплы булған Маттанъяһ.