Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Нөхәмияһ 12:8 - Изге Яҙма

8 Левиҙәр: Йешуағ, Биннуй, Ҡадмиил, Шеревъяһ, Йәһүҙә һәм ҡәрҙәштәре менән шөкөрана мәҙхиәләре башҡарыу өсөн яуаплы булған Маттанъяһ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Нөхәмияһ 12:8
12 Iomraidhean Croise  

Йырсы хеҙмәтендәге левиҙәрҙең нәҫел башлыҡтары ҡорамдағы бүлмәләрҙә йәшәй һәм, көнө-төнө үҙҙәренең төп вазифаларын башҡарғанға күрә, уларға башҡа төрлө эштәр ҡушылмай.


Левиҙәр: Һодауъяһ нәҫеле Йешуағ менән Ҡадмиил тармағынан – етмеш дүрт кеше.


Йосадаҡ улы Йешуағ, уның ҡаһин ҡәрҙәштәре, Шеалтиил улы Зеруббавел, уның ҡәрҙәштәре бергәләп, Алла бәндәһе Муса ҡанунында яҙылғанса, тотош яндырыу ҡорбаны килтереү өсөн Исраил Аллаһына ҡорбан усағы эшләй башланы.


доға ҡылғанда башлап шөкөрана мәҙхиәләрен, маҡтауҙарҙы башҡарыусы Маттанъяһ Миха улы; Миха – Завди, Завди – Асаф улы ине. Уның ҡәрҙәштәренән Бакбукъяһ ярҙамсыһы булды. Шулай уҡ Ғавда Шаммуағ улы; Шаммуағ – Галал улы, Галал – Йедуҫун улы ине.


Йәрүсәлимдә левиҙәрҙең башлығы Ғуззи булды, ул – Бани улы, Бани – Хашавъяһ, Хашавъяһ – Маттанъяһ, Маттанъяһ Миха улы ине. Ғуззи Алла йортондағы йырсылар нәҫеленән – Асаф нәҫеленән ине.


Левиҙәрҙең башлыҡтары Хашавъяһ, Шеревъяһ һәм Ҡадмиил улы Йешуағ бер яҡта, ҡәрҙәштәре икенсе яҡта торор һәм, Алла бәндәһе Дауыттың бойороғо буйынса, ҡара-ҡаршы маҡтау һәм шөкөрана ҡылыр булды.


Саллу, Ғамок, Хилҡияһ, Йедағъяһ. Былар Йешуағ дәүерендәге ҡаһиндарҙың һәм уларҙың ҡәрҙәштәренең башлыҡтары ине.


Ҡәрҙәштәре Бакбукъяһ менән Ғунни ғибәҙәт ваҡытында уларҙың ҡаршыһында тора торғайны.


Левиҙәр: Йешуағ нәҫеленән (Һодауъяһ нәҫеленән Ҡадмиил тармағы) – етмеш дүрт кеше.


Левана нәҫеле, Хагава нәҫеле, Шалмай нәҫеле,


Йешуағ, Бани, Ҡадмиил, Шеванъяһ, Бунни, Шеревъяһ, Бани, Кенани левиҙәр өсөн яһалған бейек урынға менеп баҫтылар ҙа Аллалары Раббыға ҡысҡырып ялбарҙылар.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan