10 Йешуағтың улы Йояҡим, Йояҡимдың улы Әлйәшив, Әлйәшивтең улы Йоядағ,
туғыҙынсыһы – Йешуағҡа, унынсыһы – Шеханъяһҡа,
ун беренсеһе – Әлйәшивкә, ун икенсеһе – Яҡимға,
Йоядағтың улы Йонаҫан, Йонаҫандың улы Яддуағ.
Әлйәшив, Йоядағ, Йоханан һәм Яддуағ көндәрендә левиҙәр ғаилә башлыҡтары сифатында һәм ҡаһиндар Фарсы батшаһы Дарий замандарына тиклем теркәлгән.
Был кешеләр үҙ вазифаларын Йосадаҡтан тыуған Йешуағ улы Йояҡим, өлкә башлығы Нөхәмияһ, ғилем эйәһе Ғөзәйер ҡаһин дәүерендә башҡарҙы.
Ҡәрҙәштәре Бакбукъяһ менән Ғунни ғибәҙәт ваҡытында уларҙың ҡаршыһында тора торғайны.
Баш ҡаһин Әлйәшивтән тыуған Йоядағтың бер улы Хорон кешеһе Санбаллаттың кейәүе ине. Мин уны үҙемдең янымдан ҡыуып ебәрҙем.
Быға тиклем Аллабыҙ йортоноң келәттәре өсөн яуаплы итеп Әлйәшив ҡаһин тәғәйенләнгәйне. Ул, Товияһтың туғаны булғанға күрә,
Йәрүсәлимгә ҡайттым. Әлйәшивтең яман эше – Алла йорто ихатаһында Товияһҡа бүлмә биреүе тураһында белдем.
Бына шунан һуң баш ҡаһин Әлйәшив менән башҡа ҡаһиндар эшкә тотоноп Һарыҡ ҡапҡаһын төҙөнөләр. Уны изгеләндереп, ҡапҡаһын элделәр. Улар Меа манараһына һәм Хананил манараһына тиклем булған диуарҙы изгеләндерҙеләр.