2 Халыҡ үҙ теләге менән Йәрүсәлимдә йәшәргә ризалыҡ биргән бөтә кешеләргә фатиха ҡылды.
Йәрүсәлим иркен һәм ҙур ҡала, әммә кешеләре аҙ ине. Йорттарҙың күбеһе аяҡҡа баҫтырылмағайны әле.
Үлеп барғандар миңә фатиха бирә торғайны, Тол ҡатындың күңелен ҡыуанысҡа тултыра инем.
Һарыҡтарымдың йөнө уларҙы йылытмаһа, Улар миңә ысын күңелдән рәхмәт әйтмәһә,
Уның ғәмәлдәре дәрәжә һәм шөһрәт, Хаҡлығы иһә мәңгелек.
Ул үҙенең кейемендә йоҡларға ятһын һәм һиңә фатихаһын бирһен өсөн, унан алған аманатты ҡояш байығансы кире ҡайтар. Бының менән һин Аллаң Раббы ҡаршыһында хаҡ эш ҡылған булырһың.
Күңелем Исраилдың ғәскәр башлыҡтары, Үҙ теләге менән яуға күтәрелгән халыҡ менән! Раббы мөбәрәк булһын!