11 Алла йортоноң мөдире Сераяһ, ул – Хилҡияһ улы, Хилҡияһ – Мешуллам, Мешуллам – Садоҡ, Садоҡ – Мерайоҫ, Мерайоҫ – Ахитув улы ине.
Шулай итеп, бөтә Исраил халҡы нәҫел исемлектәренә теркәлә, улар Исраил батшалары китабына индерелгән. Йәһүҙә халҡы Аллаға тоғро булмаған өсөн Бабилға һөрөлгән була.
Алла йортонда мөдирлек иткән Ғазаръяһ Хилҡияһ улы, Хилҡияһ – Мешулламдың, Мешуллам – Садоҡтың, Садоҡ – Мерайоҫтың, Мерайоҫ Ахитувтың улы була.
Бына баш ҡаһин Амаръяһ – Раббыға ҡағылышлы эштәрҙә, Исмәғил улы Зевадъяһ, Йәһүҙә ырыуы башлығы, батшаның бөтә эштәрендә һеҙҙең өҫтә торор, ә левиҙәр эргәгеҙҙә идара эштәрен башҡарыр. Ҡыйыу эш итегеҙ, Раббы яҡшылыҡ ҡылыусы менән булһын!
Хизкияһ батша менән Алла ҡорамының мөдире Ғазаръяһ күрһәтмәһенә ярашлы, Йехиил, Ғазазъяһ, Нахаҫ, Ғасаһил, Йеримоҫ, Йозавад, Әлиил, Исмахъяһ, Махаҫ һәм Бенаяһ Конанъяһ менән уның ҡустыһы Шимғи ҡарамағындағы һаҡсылар була.
Пашхур, Амаръяһ, Малкияһ,
Ҡаһиндарҙан: Йоярив улы Йедағъяһ, Яхин,
Алла йортонда хеҙмәт итеүсе ағай-энеләрен индереп иҫәпләгәндә улар һигеҙ йөҙ егерме ике кеше ине. Шулай ук Ғадаяһ, ул – Йерохам улы, Йерохам – Пелалъяһ, Пелалъяһ – Амси, Амси – Зәкәрьяһ, Зәкәрьяһ – Пашхур, Пашхур – Малкияһ улы ине.
Һарун ҡаһиндың улы Әлғазар левиҙәрҙең башлыҡтары өҫтөнән етәксе булыр. Изге урын өсөн яуаплы кешеләр уның күҙәтеүе аҫтында торор.
Йәһүҙә, баш ҡаһиндар менән Алла йортон һаҡлаусыларҙың башлыҡтарына барып, Ғайсаны уларға тотоп биреү тураһында һөйләште.
Алла йорто һаҡсылары башлығы һәм баш ҡаһиндар, быны ишеткәс, тағы ни булыр икән инде, тип аптырашта ҡалды.