Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Нөхәмияһ 10:1 - Изге Яҙма

1 Мөһөрҙәрен баҫтылар: Хахалъяһ улы Нөхәмияһ – өлкә башлығы, Сидкияһ,

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Нөхәмияһ 10:1
11 Iomraidhean Croise  

Бағана янында баҫып торған батша Раббы менән килешеү төҙөнө: Раббы юлынан йөрөргә, Уның бойороҡтарын, күрһәтмәләрен һәм ҡағиҙәләрен бөтә йөрәктән, ихлас күңел менән теүәл үтәргә, был китапта яҙылған килешеүҙең шарттарын ғәмәлгә ашырырға вәғәҙә бирҙе. Бар халыҡ был килешеүгә ҡушылды.


Һин хакимымдың һәм Аллабыҙҙың бойороғон күңеленә ныҡ яҡын алған кешеләрҙең кәңәше буйынса беҙ, бөтә был ҡатындарҙы балалары менән бергә ҡыуып ебәрәбеҙ, тип Аллабыҙ менән килешеү төҙөйөк – әйҙә, ҡанун талап иткәнсә булһын!


Өлкә башлығы уларға: «Урим һәм туммим менән эш иткән ҡаһин килеп хәл иткәнгә тиклем һеҙ Аллаға килтерелгән изгеләрҙән-изге саҙаҡаларҙан ашай алмайһығыҙ», – тине.


Хахалъяһ улы Нөхәмияһтың һүҙҙәре. Фарсы батшаһы Артахшаста хакимлығының егерменсе йылында, кислеү айында мин Шушан ҡалаһының ҡәлғәһендә инем.


Сераяһ, Ғазаръяһ, Йермеяһ,


Ант иттек: сит халыҡтарға ҡыҙҙарыбыҙҙы бирмәбеҙ, уларҙың ҡыҙҙарын улдарыбыҙға алмабыҙ.


Өлкә башлығы уларға: «Урим һәм туммим менән эш иткән ҡаһин килеп хәл иткәнгә тиклем һеҙ Аллаға килтерелгән изгеләрҙән-изге саҙаҡаларҙан ашай алмайһығыҙ», – тине.


Ҡайһы бер нәҫел башлыҡтары төҙөлөш эштәренә үҙ өлөшөн индерҙе. Өлкә башлығы бер мең драхма алтын, илле сеүәтә, ҡаһиндарға биш йөҙ утыҙ кейем бирҙе.


Шунан һуң өлкә башлығы Нөхәмияһ, ғилем эйәһе Ғөзәйер ҡаһин, халыҡты өйрәтеүсе левиҙәр һәммә кешеләргә: – Был көн – Аллағыҙ Раббы өсөн изге көн, шуға күрә ҡайғырмағыҙ, иламағыҙ, – тине, сөнки ҡанун һүҙҙәрен тыңлап, бар булған халыҡ илай ине.


Бына шуға күрә беҙ яҙма рәүештә ныҡлы килешеү төҙөйбөҙ һәм ҡултамға итеп башлыҡтарыбыҙ, левиҙәребеҙ һәм ҡаһиндарыбыҙ уға мөһөр баҫа.


Муса Раббы ҡанундарын яҙып ҡуйҙы. Иртәгәһенә иртәнсәк тау итәгендә ҡорбан усағы яһаны һәм Исраил ырыуҙары һаны буйынса ун ике таш бағана ултыртты.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan