Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Нөхәмияһ 1:9 - Изге Яҙма

9 ә инде Миңә кире ҡайтып, бойороҡтарымды еренә еткереп үтәһәгеҙ, күктең арғы яғына ҡыуылған булһағыҙ ҙа, унан йыйып алып, исемем төйәк итһен өсөн Үҙем һайлаған урынға алып килермен», – тигәйнең.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Нөхәмияһ 1:9
28 Iomraidhean Croise  

үҙҙәрен әсир иткән дошмандарының илендә ата-бабаларына Һин биргән ерҙәр, Һин һайлаған ҡала, Һинең исемеңә бағышлап мин төҙөткән йорт яғына ҡарап, Һиңә ысын күңелдән һәм бөтә йөрәктән боролоп, доға ҡылһалар,


Ул былай тине: – Мин һинең доғаңды, үтенесеңде ишеттем. Һин, Минең исемем мәңге шунда булһын, тип төҙөгән ошо ҡорамды һайлап изгеләндерҙем. Минең күҙҙәрем һәм йөрәгем һәр ваҡыт бында булыр.


Әйтегеҙ: «Ҡотҡар беҙҙе, эй Аллам, Беҙҙең ҡотҡарыусыбыҙ! Беҙ мөҡәддәс исемеңә шөкөр итһен, Һинең шөһрәтең менән маҡтанһын өсөн Йыйып ал беҙҙе ҡәүемдәр араһынан, азат ит».


Әгәр ҙә берәй батша йәки халыҡ был фарманды боҙорға баҙнат итһә һәм Йәрүсәлимдәге Алла йортона зыян килтерһә, уларҙы исемен шунда төйәкләндергән Алла Үҙе юҡ итһен. Мин, Дарий, бирҙем был фарманды. Ул теүәл үтәлһен.


Уян, лирам, уян арфам, Таңғы шәфәҡте мин уятайым!


Сөнки ҡапҡаңдың арҡыры биген нығыта, Эсеңдәге халҡыңа фатиха бирә.


Ҡәүемдәр өсөн байраҡ күтәрер, Исраилдан һөрөлгәндәрҙе бергә туплар, Ҡыуып таратылған Йәһүҙә кешеләрен Донъяның дүрт тарафынан йыйып алыр.


Әммә шундай көндәр килә: Раббы Евфрат йылғаһынан алып Мысыр сигендәге йылғаға тиклем ашлыҡ һуғыр һәм һеҙҙе, эй Исраил балалары, бер-бер артлы бер урынға туплар.


Һөргөндәге исраилдарҙы туплаған Раббы Хаким былай ти: «Йыйылғандары янына башҡаларын да йыйырмын».


Йолҡоп алғандан һуң, Мин уларға яңынан рәхим-шәфҡәт ҡылырмын: һәр береһен үҙ биләмәһенә, үҙ еренә кире ҡайтарырмын.


Эй мөртәт балалар, кире ҡайтығыҙ, сөнки Мин һеҙҙең Хужағыҙ, – тип белдерә Раббы. – Һәр ҡаланан берәрегеҙҙе, һәр нәҫелдән икешәрегеҙҙе алып, һеҙҙе Сионға кире ҡайтарырмын.


Эй ҡәүемдәр, Раббы һүҙен ишетегеҙ, Алыҫтағы яр буйҙарына иғлан итегеҙ, Әйтегеҙ: «Исраилды кем таратҡан булһа, Шул Үҙе ҡабаттан йыйып алыр; Малын ҡурсалаған көтөүсе һымаҡ һаҡлар».


«Мин уларҙы асыулы, ярһыулы сағымда ҡаты нәфрәттә ҡыуып ебәргән барса илдәрҙән йыйып алырмын һәм, бында алып ҡайтып, имен-аманлыҡта йәшәтермен.


Раббы былай ти: «Ана, төньяҡ илдән халыҡ килә, Бөйөк ҡәүем күтәрелә ер сигенән.


Шуға күрә Исраил халҡына әйт, Раббы Хаким былай ти: «Тәүбәгә килегеҙ, боттарығыҙҙан баш тартығыҙ, бөтә ерәнгес эштәрегеҙҙе ташлағыҙ.


Мин һеҙҙе ҡәүемдәр араһынан аласаҡмын, бөтә илдәрҙән йыйып, илегеҙгә кире ҡайтарасаҡмын.


Күрһәтмәләрем буйынса йәшәһәгеҙ, бойороҡтарымды еренә еткереп үтәһәгеҙ,


Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Бына, Мин Үҙ халҡымды ҡояш сыҡҡан һәм ҡояш байыған яҡтағы илдәрҙән ҡотҡарасаҡмын.


Көслө борғо тауышы аҫтында Әҙәм Улы Үҙенең фәрештәләрен ебәрер. Улар ерҙең дүрт тарафынан һәм күктең бер сигенән алып икенсе сигенә тиклем Уның һайланғандарын йыйыр.


Әгәр Аллағыҙ Раббы Үҙ исеме төйәкләнһен өсөн һайлап алған урын йәшәгән ерегеҙҙән алыҫ икән, ул ваҡытта һеҙ, Раббы биргән эре йәки ваҡ малды, мин бойорғанса, сала алаһығыҙ. Уны торлағығыҙҙа, йәнегеҙ теләгәнсә ашағыҙ.


Аллағыҙ Раббы бөтә ырыуҙарығыҙҙың ерҙәре араһынан Үҙ исеме төйәкләнһен өсөн һайлап алған урынға ғына барығыҙ, Раббыға унда табынығыҙ.


Мин һеҙгә һайларға тәҡдим иткән фатиха йәки ләғнәт башығыҙға килгәндә, Аллағыҙ Раббы һеҙҙе һибеп таратҡан ҡәүемдәр араһында шуларҙы хәтерләйәсәкһегеҙ.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan