Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Нөхәмияһ 1:7 - Изге Яҙма

7 Беҙ Һинең алдыңда енәйәт ҡылдыҡ, Һин ҡолоң Муса аша еткергән бойороҡтарың, ҡағиҙәләрең һәм ҡанундарыңды тотманыҡ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Нөхәмияһ 1:7
24 Iomraidhean Croise  

Аллаң Раббының талаптарын еренә еткереп үтә. Уның юлында йөрө, Муса ҡанунында яҙылғанса, Алланың ҡағиҙәләрен, бойороҡтарын, ҡарарҙарын, күрһәтмәләрен тот. Шул саҡта, ҡайҙа ғына барһаң да, нимә генә эшләһәң дә, һиңә уңыш юлдаш булыр.


Әммә уларҙың балаларына ҡағылмай, сөнки Муса китабындағы ҡанунда Раббы былай тип бойора: «Аталар балаларының гонаһы өсөн үлтерелмәһен, балалар аталарының гонаһы өсөн үлтерелмәһен, һәр кем үҙ гонаһы өсөн үҙе үлемгә дусар ителһен».


Йоҫам, атаһы Ғуззияһ кеүек үк, Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡыла, тик, унан айырмалы, Раббы ҡорамына инмәй. Халыҡ иһә һаман боҙоҡ эштәрен дауам итә.


Бына ошо Ғөзәйер Бабилдан ҡайтырға сыға. Ул Исраил Аллаһы Раббы тарафынан Мусаға бирелгән ҡанунды яҡшы белгән ғилем эйәһе була. Аллаһы Раббының ҡулы уның өҫтөндә булғанға күрә, батша Ғөзәйерҙең һәр теләген бойомға ашыра ине.


Хәсрәт эсенән Раббыға ялбарҙылар, Раббы уларҙы бәләләрҙән йолоп алды.


Гонаһ ҡылған ҡәүемгә, Енәйәттәре ауыр халыҡҡа, Яуыздар тоҡомона, Боҙоҡ балаларға ҡайғы! Улар Раббыны ташланы, Исраилдың Изгеһен һанға һуҡманы, Уға арҡалары менән боролдо.


Тотош Исраил Һинең ҡануныңды тотманы – тыңларға теләмәйенсә, Һинән йөҙ сөйөрҙө. Шуға күрә Алла ҡоло Мусаның ҡанунында яҙылған ҡаты ләғнәт башыбыҙға төштө, сөнки беҙ Һинең алда гонаһ ҡылдыҡ.


Беҙгә, Мусаның ҡанунында яҙылғанса, ошо бөтә бәләләр ябырылды, әммә беҙ ялбарыу менән Аллабыҙ Раббыға мөрәжәғәт итмәнек, үҙ гонаһтарыбыҙҙан ҡайтманыҡ, Уның хәҡиҡәтен таныманыҡ.


Гивға көндәрендәге һымаҡ, Әфраимдар ҡот осҡос боҙоҡлоҡҡа тарыны. Раббы уларҙың ғәйептәрен иҫкә төшөрөр, Гонаһтары өсөн яза бирер.


Раббы Синай тауында Исраил халҡына Муса аша биргән бойороҡтар ошоларҙан ғибәрәт.


Инде һин, Йәрүсәлим, Минән ҡурҡырһың, Ниһайәт үҙеңә һабаҡ алырһың, тип уйлағайным. Шул сағында йәшәгән урының имен булыр, Минең язаларым урап үтер ине. Әммә һеҙ бары яуызлыҡ ҡына эшләнегеҙ».


Тотош Исраил өсөн Хорев тауында ҡолом Муса аша биргән ҡанунды, Минең ҡағиҙә һәм ҡарарҙарымды иҫегеҙҙән сығармағыҙ.


Инде хәҙер, эй Исраил, мин һеҙгә өйрәтәсәк ҡағиҙәләрҙе һәм ҡанундарҙы тыңла. Уларҙы үтәһәгеҙ, йәшәрһегеҙ, аталарығыҙҙың Аллаһы Раббы һеҙгә бирәсәк илгә килеп, уға хужа булырһығыҙ.


Ҡарағыҙ, мин, Аллам Раббы бойорғанса, һеҙ биләйәсәк ерҙә үтәргә тейешле ҡағиҙәләрҙе һәм ҡанундарҙы өйрәттем.


Муса, бөтә Исраилды саҡырып, былай тине: – Эй Исраил, бөгөн мин һеҙгә белдерәсәк ҡағиҙәләрҙе һәм ҡанундарҙы тыңла! Уларҙы өйрәнегеҙ, һаҡлағыҙ һәм теүәл үтәгеҙ.


Бына Аллағыҙ Раббы һеҙгә өйрәтергә ҡушҡан бойороҡтар, ҡағиҙәләр һәм ҡанундар. Һеҙ үҙегеҙгә биләмә итеп алыр өсөн барған ерҙә уларҙы үтәргә тейешһегеҙ.


Уның хөкөмдәре хаҡ һәм ғәҙел, сөнки Ул үҙенең фәхешлеге менән ерҙе боҙоҡлоҡҡа килтергән бөйөк фәхишәне хөкөм итте һәм Үҙ ҡолдарының ҡаны өсөн унан үс алды.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan