Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Нөхәмияһ 1:11 - Изге Яҙма

11 Эй бөйөк Хакимым, ялбарамын, Һинең исемеңде сикһеҙ ололауҙан ҡыуаныс тапҡан ҡолоңдоң доғаһын, барлыҡ ҡолдарыңдың доғаһын ишетә генә күрһәң ине. Бына хәҙер Үҙ ҡолоңа ярҙам итһәнә, батшаның мәрхәмәтенә юлыҡтырһана Раббым. Мин ул ваҡыт батшаның шарап ҡойоусыһы инем.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Нөхәмияһ 1:11
27 Iomraidhean Croise  

Бөгөн ҡоҙоҡ янына килдем дә былай тинем: «Йә Раббы, хужам Ибраһимдың Аллаһы! Әгәр юлымды хәйерле ҡылырға яҙғанһың икән,


Ағайым Ғаяздан һаҡлай күр мине. Мин ҡурҡам: килер ҙә мине лә, балаларым менән әсәләрен дә үлтерер!


Шунда Теге әйтте: – Ошо көндән башлап һинең исемең Яҡуп түгел, ә Исраил булыр, һин Алла менән дә, әҙәм балалары менән дә көрәштең һәм еңдең.


Ошо хәлдәрҙән һуң бер аҙ ваҡыт үткәс, батшаның шарап ҡойоусыһы менән икмәк бешереүсеһе үҙ хакимдары – Мысыр батшаһы алдында ғәйепкә тарыны.


Фирғәүен был һанаттарына – баш шарап ҡойоусы менән баш икмәксегә – бик ныҡ асыуланды ла


шарап ҡойоусылар башлығын элекке урынына ҡайтарҙы; ул тағы шараплы туҫтаҡты фирғәүен ҡулына тоттороп тора башланы;


Әммә шарап ҡойоусы Йософто ла, уның үтенесен дә онотто.


Шунда шарап ҡойоусылар башлығы фирғәүенгә былай тине: – Мин бөгөн гонаһымды иҫемә төшөрҙөм.


Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алла һеҙгә мәрхәмәтен һалып, ул кеше тегендә ҡалған туғанығыҙҙы ла, Бинйәминде лә ебәрә күрһен инде! Ә миңә балаларымдан мәхрүм булыу яҙған икән, шулай булыр, күрәһең.


Инде, эй Аллам, ошо урында уҡылған доғаларға күҙҙәрең асыҡ, ҡолаҡтарың һиҙгер булһа ине.


Фарсы батшаһы Кир хакимлығының беренсе йылында Раббы, Үҙенең Йермеяһ аша еткергән һүҙен ғәмәлгә ашырып, Фарсы батшаһы Кирҙың күңелендә теләк уятты. Шуға күрә Кир үҙ батшалығының бөтә тарафтарында һүҙ менән дә, яҙма рәүештә лә ошоларҙы иғлан итергә фарман бирҙе:


Бына ошо Ғөзәйер Бабилдан ҡайтырға сыға. Ул Исраил Аллаһы Раббы тарафынан Мусаға бирелгән ҡанунды яҡшы белгән ғилем эйәһе була. Аллаһы Раббының ҡулы уның өҫтөндә булғанға күрә, батша Ғөзәйерҙең һәр теләген бойомға ашыра ине.


Ҡолаҡ һал, күҙҙәреңде ас, Үҙ ҡолоңдоң доғаһын ишет! Мин хәҙер көнө-төнө ҡолдарың – Исраил халҡы өсөн Һиңә доға ҡылам, Исраил халҡының гонаһын таныйым. Һинең алдыңда гонаһлыбыҙ беҙ, гонаһлыбыҙ – мин дә, бөтә нәҫел-нәсәбебеҙ ҙә.


Артахшаста батша хакимлығының егерменсе йылында, нисан айында булды был хәл. Батшаға шарап алып килделәр. Мин уны батшаға бирҙем. Быға тиклем минең бер ваҡытта ла уға бойоҡ сырай менән күренгәнем юҡ ине.


Тағы батша урмандары өсөн яуаплы кеше Асафҡа хат яҙҙырып, Алла йорто эргәһендәге ҡәлғә ҡапҡалары, ҡала диуары һәм үҙемә йәшәп торорлоҡ йорт һалыу өсөн өрлөклөк ағас бирергә бойорһаң ине, – тип һораным. Батша һораған нәмәләрҙең барыһын да бирҙе, сөнки Алламдың игелекле ҡулы минең өҫтөмдә ине.


Әсә ҡуйынында тынысланған Имсәк бала һымаҡ минең йәнем, Эйе, йәнем имсәк бала һымаҡ.


Уны юғарынан ҡолатырға уйлайһығыҙ, Ялғандан тәм табаһығыҙ; Телегеҙҙә фатиха булһа ла, Эсегеҙҙән ҡарғыш яуҙыраһығыҙ. Села


Раббы халыҡтар исемлегендә: «Был да Сионда тыуған», – тип яҙыр. Села


Белемде ек күргәнгә, Раббынан ҡурҡыуҙан баш тартҡанға,


Батшаның йөрәге, һыу ағымы һымаҡ, Раббы ҡулында: Ул уны ҡайҙа теләй, шунда бороп ебәрә.


Мин һеҙгә рәхимле булырмын, һәм ул, һеҙҙе ҡыҙғанып, үҙ ерегеҙгә кире ҡайтарыр.


Әммә Раббынан ҡурҡҡандар бер-береһе менән һөйләште. Раббы был һүҙҙәргә ҡолаҡ һалып тыңланы. Уның алдында – хәтер китабы, шуға Раббынан ҡурҡҡандар, Раббы исемен ҙурлағандар яҙып ҡуйылды.


Беҙҙең өсөн доға ҡылығыҙ. Беҙ намыҫыбыҙҙың саф булыуына ышанабыҙ, сөнки һәр нәмәлә дөрөҫ эш итергә тырышабыҙ.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan