10 Улар бит Һинең ҡолдарың, Һинең халҡың. Уларҙы Һин Үҙеңдең сикһеҙ көсөң үә ҡеүәтле ҡулың менән йолоп алып ҡалдың.
Эй Алла, Һиңә рәхмәт уҡыйбыҙ, Шөкөрана ҡылабыҙ, Һин беҙгә яҡынһың, Кешеләр мөғжизәләрең тураһында һөйләй.
Таң һайын мөхәббәтең менән туйындыр, Бәхет-шатлыҡ менән ғүмер кисерәйек.
Киләсәктә улың һинән: «Был нимәне аңлата?» – тип һораһа, былай тип яуап бир: «Раббы беҙҙе Мысырҙан, ҡоллоҡ йортонан ҡөҙрәтле ҡулы менән алып сыҡты.
Һинең өсөн был байрам ҡулыңдағы һәм маңлайыңдағы билдә һымаҡ булһын, сөнки Раббы ҡөҙрәтле ҡулы менән беҙҙе Мысырҙан сығарҙы.
– Мысырҙан – ҡоллоҡ йортонан ҡотолған ошо көндө иҫегеҙҙә тотоғоҙ, – тине Муса халыҡҡа. – Сөнки был көндө Раббы Үҙенең ҡөҙрәтле ҡулы менән һеҙҙе ул ерҙән алып сыҡты. Ул көндө әсе ҡамырҙан бешерелгән икмәк ашамағыҙ.
Һинең өсөн был байрам ҡулыңдағы һәм маңлайыңдағы билдә һымаҡ булһын – Раббы ҡануны телеңдән төшмәһен. Сөнки Раббы һине ҡөҙрәтле ҡулы менән Мысырҙан алып сыҡты.
Үҙең ҡотҡарған халыҡҡа тоғро мөхәббәтең менән юл күрһәттең, Мөҡәддәс торлағыңа Ҡөҙрәтең менән алып барҙың.
Ләкин Муса Аллаһы Раббыға ялбара башланы. – Раббым! – тине ул. – Ниңә Һинең Үҙеңдең ҡөҙрәтең – көслө ҡулың менән Мысырҙан алып сыҡҡан халҡыңа ҡарата асыуың ялҡынлана?
Раббы Мусаға: – Һин Минең фирғәүенде нимә эшләткәнемде күрерһең. Ҡулымдың ҡатылығы арҡаһында ул Исраил халҡын ебәрәсәк. Ҡулымдың ҡатылығы арҡаһында уларҙы үҙ еренән ҡыуасаҡ ул.
Шуға күрә Исраил халҡына әйт: «Мин – Раббы. Мин һеҙҙе мысырҙарҙың иҙеүенән ҡотҡарырмын, уларҙың ҡоллоғонан азат итермен. Мин Үҙемдең ҡөҙрәтем менән мысырҙарға ҡурҡыныс язалар ебәреп, һеҙҙе йолоп алырмын.
Һеҙ – Минең халҡым, ә Мин һеҙҙең Аллағыҙ булырмын. Шул ваҡытта белерһегеҙ: һеҙҙе Мысыр иҙеүенән ҡотҡарған Мин Аллағыҙ Раббымын.
Йә Раббы, самаһыҙ асыуланма, Ғәйептәребеҙҙе гел иҫеңдә тотма. Ҡараһаңсы: беҙ барыбыҙ ҙа – Һинең халҡың!
Иҫеңдә тот, һин дә Мысыр ерендә ҡол булдың, һине унан Аллаң Раббы йолоп алды, шуға күрә был һүҙҙәрҙе мин бөгөн һиңә бойороҡ итеп әйтәм.
Әммә улар – Һинең халҡың, Һинең биләмәң. Һин уларҙы бөйөк көсөң, һуҙылған ҡулың менән Мысырҙан алып сыҡтың».