Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Миха 7:2 - Изге Яҙма

2 Илдә Аллаға тоғролар ҡалманы, Намыҫлы кешеләр бөткән. Һәммәһе ҡан түгер өсөн боҫҡонда торор, Туған туғанына тоҙаҡ ҡорор.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

2 Илдә Аллаға тоғролар ҡалманы, Намыҫлы кешеләр бөткән. Һәммәһе ҡан түгер өсөн боҫҡонда торор, Туған туғанына тоҙаҡ ҡорор.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

2 Илдә Аллаға тоғролар ҡалманы, Намыҫлы кешеләр бөткән. Һәммәһе ҡан түгер өсөн боҫҡонда торор, Туған туғанына тоҙаҡ ҡорор.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Миха 7:2
29 Iomraidhean Croise  

Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе.


Йә Раббы, ҡасанға саҡлы, Мәңгегәме мине оноторһоң? Минән йөҙ йәшерерһең ҡасанға тиклем?


«Әйҙә, беҙҙең менән, берәйһен һағалап тороп үлтерәйек, ғәйепһеҙгә ҡул һалайыҡ, – тиер улар, –


Яуыздарҙың һүҙҙәре – ҡанлы тоҙаҡ, намыҫлының әйткәне яманлыҡтан ҡотҡара.


Халыҡ бер-беренә золом ҡылыр, Һәр кем яҡынына дошман булыр, Егет аҡһаҡал алдында оятһыҙ ҡыланыр, Йүнһеҙ әҙәм абруйлыны рәнйетер.


Тәҡүә кеше үлеп китә – Һис кем быны күңеленә яҡын алмай. Тоғро әҙәм мәрхүм була – Ни өсөн икәнен бер кем дә аңламай. Яуызлыҡтан ҡотолһон тип, тоғро кешеләр алына –


Аяҡтары яуызлыҡҡа табан сабыр, Ғәйепһеҙҙең ҡанын түгер өсөн ашығырҙар. Баштарындағы уйҙары енәйәтсел, Юлдарында – емереклек һәм һәләкәт.


Күк ғәскәрҙәре Раббыһының асыуы Илде ялҡын һымаҡ өтөп алыр, Халыҡ ялҡынға ем булыр, Туған туғанын йәлләмәҫ.


Ә хәҙер уларҙы тоторға бик күп балыҡсылар ебәрәм, – тип белдерә Раббы, – һәм уларҙы балыҡ һымаҡ тотасаҡтар. Шунан һуң бик күп аусылар күндерәм, уларҙы һәр тауҙан, һәр ҡалҡыулыҡтан, ҡая ярыҡтарынан ҡыуалаясаҡтар.


Һаҙаҡтары – гүйә асыҡ ҡәбер, Барыһы ла батыр яугир.


Халҡым араһында яман әҙәмдәр бар. Улар ҡош аулаусылар һымаҡ тоҙаҡ ҡоралар; Боҫоп ятып, кеше аулайҙар.


Мин иғтибар менән тыңлап торҙом: Улар дөрөҫөн һөйләмәй. Һис кем: „Нишләнем мин?“ – тимәй, Яуызлыҡ ҡылғанына үкенмәй. Күҙе тоноп, яуға йомолған ат һымаҡ Һәр береһе үҙ юлынан саба бирә.


Ә дошман һәр аҙымыбыҙҙы ауланы, Урамдарға сыға алмаҫ булдыҡ. Ахырыбыҙ яҡын, көндәребеҙ бөттө – Ғүмеребеҙҙең аҙағы етте.


Ришүәт өсөн кеше ҡанын түгәләр, бурысҡа аҡса биреп, уны арттырып алалар, хаҡһыҙ табыш алыр өсөн яҡындарын талайҙар, ә Мине иҫкә лә алмайҙар, – тип белдерә Раббы Хаким. –


Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Ҡан түккән ҡалаға ҡайғы! Тутыҡҡан һәм тутығы бөтмәгән ҡаҙанға һәләкәт! Йәрәбә ташлап тормай итенән бушат, Сығарып ырғыт киҫәк-киҫәк.


Эй ҡаһиндар, тыңлағыҙ быны! Исраил йәмғиәте, ҡолаҡ һал. Эй батша йортондағылар, ишетегеҙ – Һеҙ бит хөкөм йөрөтөргә тейеш. Ә һеҙ Миспала – тоҙаҡ, Тавор тауында ҡоролған ау булдығыҙ,


Ҡаһиндар өйөрө кешеләргә Боҫҡон ҡорған юлбаҫарҙар һымаҡ. Улар Шәхәм юлында кеше үлтерә, Һәр төрлө әшәкелектәр ҡыла.


Ләкин һуңғы ваҡыттарҙа Минең халҡым Үҙемә дошман булды: Дошманлашыу уйында ла булмаған, Тыныс ҡына йөрөп ятҡан кешеләрҙең Кейемдәрен талап алаһығыҙ.


Сионды – ҡан өҫтөндә, Йәрүсәлимде ғәҙелһеҙлек өҫтөндә төҙөнөгөҙ.


Ә һеҙ яҡшылыҡты кире ҡағып, Яманды яратаһығыҙ. Халҡымдың тиреһенә тиклем һалдыраһығыҙ, Һөйәгенән итен айыраһығыҙ.


Мин дә башҡаса был илдә йәшәгән халыҡты ҡыҙғанмайым. – Раббы шулай тип белдерә. – Һәр кемде үҙенең яҡынының һәм батшаһының ҡулына тапшырам. Улар илде бушлыҡҡа әйләндерер. Ә Мин бер кемде лә уларҙың ҡулынан ҡотҡармаясаҡмын.


Йәһүдтәр: – Эйе, шулай, – тип уның һүҙен раҫлап торҙо.


Бына бөгөн Раббының мәмерйәлә һине ҡулыма тапшырғанын үҙ күҙҙәрең менән күреп тораһың. Миңә, һине үлтер, тинеләр. Тик мин һине аяным. «Хакимыма ҡул күтәрмәйем, сөнки ул – Раббының мәсихе», – тинем.


Ҡаным Раббынан алыҫ тупраҡтарға түгелмәһен ине. Исраил батшаһы гүйә бер бөртөк бөрсә эҙләргә, тау-таш араһында ағуна ауларға сыҡҡан!


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan