Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Миха 4:13 - Изге Яҙма

13 «Тор, Сион-ҡыҙ, ашлыҡ һуғырға тотон, – ти Раббы, – Һине башмаҡ шикелле тимер мөгөҙлө, баҡыр тояҡлы итәм: Бихисап халыҡты иҙеп саң-туҙан итерһең, Уларҙың яумалын Раббыға, Мөлкәтен бөтә ер йөҙөнөң бөйөк Хакимына Бағышлап харам ҡылырһың».

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

13 «Тор, Сион-ҡыҙ, ашлыҡ һуғырға тотон, – ти Раббы, – Һине башмаҡ шикелле тимер мөгөҙлө, баҡыр тояҡлы итәм: Бихисап халыҡты иҙеп саң итерһең, Уларҙың яумалын Раббыға, Мөлкәтен бөтә ер йөҙөнөң Хакимына Бағышлап харам ҡылырһың.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

13 «Тор, Сион-ҡыҙ, ашлыҡ һуғырға тотон, – ти Раббы, – Һине башмаҡ шикелле тимер мөгөҙлө, баҡыр тояҡлы итәм: Бихисап халыҡты иҙеп саң-туҙан итерһең, Уларҙың яумалын Раббыға, Мөлкәтен бөтә ер йөҙөнөң бөйөк Хакимына Бағышлап харам ҡылырһың».

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Миха 4:13
28 Iomraidhean Croise  

Дауыттың мәҙхиәһе. Йәнемде Һиңә тапшырам, Раббы!


Әйҙә исемдәре тормош китабынан һыҙылһын, Тәҡүәләр менән йәнәшә яҙылмаһын!


Шуға күрә халҡым уларға эйәрә, Һөйләгәндәрен һыу һымаҡ йота.


Шул саҡ йылғалар бүлгесләгән ил, Оҙон буйлы, шыма тәнле ҡәүем; Тирә-яҡҡа ҡурҡыу һалған, Сәйер бер телдә һөйләшкән халыҡ; Көслө һәм баҫҡынсыл милләт Күк ғәскәрҙәре Раббыһына бүләк килтерер. Күк ғәскәрҙәре Раббыһының исеме төйәкләнгән урынға – Сион тауына килтерер уны.


Эй халҡым! Ырҙындағы яҫмалай туҡмалған халҡым! Күк ғәскәрҙәре Раббыһынан, Исраилдың Аллаһынан Ишеткәндәремде һеҙгә белдерәм.


Әммә уның сауҙанан килгән табышы тупланмаҫ һәм йыйылмаҫ, ә Раббыға бағышланыр һәм, туйғансы ашаһындар, затлы кейенһендәр өсөн, Раббы хозурында йәшәгәндәргә тотонолор.


Уҡтары осланған, йәйәләре кирелгән; Аттарының тояҡтары – саҡматаш, Арба тәгәрмәстәре – өйөрмәләй.


«Һин Бабил – суҡмарым Минең, яу ҡоралым: Һинең менән ҡәүемдәрҙе ҡырам, Һинең менән батшалыҡтарҙы емерәм.


Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Бабил-ҡыҙ көлтә һуҡҡан ырҙын табағына оҡшаған: Бына-бына уның ураҡ ваҡыты етер».


Был батшалар хакимлыҡ иткән осорҙа Күк Аллаһы мәңге емерелмәҫ бер батшалыҡ ҡорор һәм был батшалыҡ башҡа халыҡ ҡулына тапшырылмаҫ. Ул бөтә әүәлге батшалыҡтарҙы емереп бөтөр, үҙе мәңгелеккә ҡалыр.


Әфраим – өйрәтелгән, Ашлыҡ һуғырға әүәҫ башмаҡҡа оҡшаш. Мин уның зифа муйынына ҡалып кейҙерҙем. Йәһүҙә ер һөрөр, Яҡуп тырматыр.


Яҡуп нәҫеленең иҫән ҡалғандары Бихисап халыҡтар араһында Раббының ысығы һымаҡ, Һис кем уйламаған, көтмәгәндә Килеп яуған ҡойма ямғыр кеүек булыр.


Ер өҫтөнән асыу-ярһыу менән гиҙҙең, Асырғанып ҡәүемдәрҙе тапаланың.


Йәрүсәлимде бөтә халыҡтар өсөн ауыр бер таш итәм. Уны күтәрергә маташҡан һәр береһе имгәнер. Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар Йәрүсәлимгә ҡаршы берләшер.


Ул көндө Мин Йәһүҙә башлыҡтарын утын араһында ултырған ҡуҙлы көршәк, көлтәләр араһында янған сыра кеүек итермен. Улар уңда ла, һулда ла, эргә-тирәләге бөтә халыҡтарҙы яндырып юҡ итер. Йәрүсәлим халҡы иһә тағы үҙ ҡалаһында, Йәрүсәлимдә, йәшәр.


– Былар – бөтә донъяның Хакимына хеҙмәт иткән, зәйтүн майы менән мәсехләнгән ике кеше, – тине фәрештә.


– Былар – күктең бөтә ер йөҙөнөң Хакимының хозурында торған урындан сығып килгән дүрт рухы, – тип яуап бирҙе фәрештә. –


Мин килгәс хәйер йыйып йөрөмәҫ өсөн, һәр берегеҙ аҙнаның беренсе көнөндә, үҙ хәленә ҡарап, табышының бер өлөшөн айырып ҡуйһын һәм һаҡлауға һалһын.


Биктәрең – тимер һәм баҡыр һинең, Ҡеүәтең ғүмерең буйы ҡаҡшамаһын.


Борғо тауышы яңғыраны һәм халыҡ ҡысҡыра башланы. Борғо тауышын ишетеү менән халыҡ һөрәнләргә тотондо һәм ҡала диуарҙары ҡоланы. Халыҡ туп-тура ҡалаға бәреп инде һәм уны баҫып алды.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan