Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Миха 4:10 - Изге Яҙма

10 Һыҙланыуҙан бөгөл, эй Сион-ҡыҙ, Тулғаҡ тотҡан ҡатын шикелле; Инде ҡаланан сығып ҡырҙа ҡунырһың, Бабилға тиклем барып етерһең, Шунда ҡотолоу табырһың. Дошмандарыңдың ҡулынан унда Раббы һине йолоп алыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

10 Һыҙланыуҙан бөгөл, эй Сион-ҡыҙ, Тулғаҡ тотҡан ҡатын шикелле; Инде ҡаланан сығып ҡырҙа ҡунырһың. Бабилға тиклем барып етерһең, Ләкин унда ҡотолорһоң. Дошмандарың ҡулынан унда Раббы һине йолоп алыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

10 Һыҙланыуҙан бөгөл, эй Сион-ҡыҙ, Тулғаҡ тотҡан ҡатын шикелле; Инде ҡаланан сығып ҡырҙа ҡунырһың, Бабилға тиклем барып етерһең, Шунда ҡотолоу табырһың. Дошмандарыңдың ҡулынан унда Раббы һине йолоп алыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Миха 4:10
27 Iomraidhean Croise  

Һинең нәҫелеңдән булған һәм һинән тыуған ҡайһы бер улдарыңды ла алып китерҙәр, улар Бабил батшаһының һарайында алашар булып хеҙмәт итер».


Шул көндө дошман ҡала диуарының бер урынын емерҙе. Халдейҙар ҡаланы һәр яҡтан ҡамауҙа тотһалар ҙа, Йәһүҙә батшаһы яугирҙәре менән бергә ҡасып китте. Улар төндә батша баҡсаһының эргәһендә ике диуар араһындағы ҡапҡанан сыҡтылар ҙа Ғарава юлынан киттеләр.


Раббы уларға Ашшур батшаһының хәрби башлыҡтарын ебәрә, улар Менашшены әсиргә ала, танауына ҡулса тағып, Бабилға алып китә.


Ҡылыстан имен ҡалғандарҙы иһә ул батша Бабилға һөргөнгә алып китә. Йәһүҙә халҡы Бабил батшаһына һәм улдарына ҡол була. Фарсы батшалығы көсәйгәнгә тиклем шулай дауам итә.


Фарсы батшаһы Кир шуны мәғлүм ҡыла: Күк Аллаһы Раббы донъяның бөтә батшалыҡтарын миңә бирҙе. Ул Йәһүҙәләге Йәрүсәлим ҡалаһында Үҙенә бер йорт һалырға ҡушты. Уның халҡынан булғандар – Аллалары Раббы улар менән булһын! – шунда барһын.


Ҡайһылары әсирлектә, дәһшәтле һәм шомло ҡараңғыла, Тимер бығауҙарҙа, хәсрәт эсендә йәшәне.


Һеҙҙе йолоп алған Раббы, Исраилдың Изгеһе былай ти: «Һеҙҙең хаҡҡа Мин Бабилға сиреү ебәрәм, Барыһын да ҡасаҡ итәм, Кәмәләре менән маҡтанған халдейҙарҙы иңрәтәм.


Кирҙы Үҙемдең ғәҙел ниәтем менән күтәрҙем. Мин уның бөтә юлдарын тигеҙләйәсәкмен. Ул Минең ҡаламды төҙөйәсәк, Һөргөндәге кешеләремде Түләүһеҙ һәм ришүәтһеҙ азат итәсәк». Күк ғәскәрҙәре Раббыһы шулай ти.


Бабилдан сығығыҙ, халдейҙар еренән ҡасығыҙ. Был хәбәрҙе һөйөнөс ауаздары менән иғлан итегеҙ, Һөйләгеҙ, донъяның һәр тарафына еткерегеҙ. «Раббы Үҙенең ҡоло Яҡупты йолоп алды», – тип әйтегеҙ.


– Һатып алып билеңә быуған билбауыңды ал да юлға сыҡ. Евфрат йылғаһына бар ҙа билбауҙы ундағы берәй ҡая ярығына йәшереп ҡуй.


Мин һине залимдарҙан азат итермен, Аяуһыҙҙар ҡулынан йолоп алырмын».


Ә һеҙ, Минең тарафтан Йәрүсәлимдән Бабилға һөргөнгә ебәрелгәндәр, Раббы һүҙен тыңлағыҙ.


Ана, кемдер тулғаҡ тотҡан ҡатындай ҡысҡыра, Тәүге бәпесенән бушана алмаған ҡатын һымаҡ ыңғыраша. Сион-ҡыҙ интегеп ҡулын һуҙа: «Ҡайғы миңә! Йәлләттәремдең алдында Һис бер тәҡәтем ҡалманы!»


Ҡалалары баҫып алыныр, Ҡәлғәләре ҡулға төшөр. Ул көн Моав яугирҙәренең йөрәге Тулғаҡтан ғазапланған ҡатын йөрәге һымаҡ тулар.


Бабил батшаһы уларҙы Хамаҫ ерендәге Ривлала язалап үлтерҙе. Шулай итеп, Йәһүҙә халҡы үҙ төйәгенән һөргөнгә ҡыуылды.


Әммә Исраил халҡы, диңгеҙ ҡомо һымаҡ, үлсәп тә, һанап та бөтөрә алмаҫлыҡ күп булыр. «Һеҙ Минең халҡым түгел», – тип әйтелгән урында уларға: «Һеҙ – тере Алланың балалары», – тиерҙәр.


Тулғаҡ мәле еткәс, Ул – аҡылһыҙ бала! – Тыуымға килеп етә алмайса аҙаплана.


Инде Мин уны, әүрәтеп, сүлгә алып китермен дә, Күңеленә үтерлек һүҙҙәр һөйләрмен.


Эй һин, Әфраҫалағы Бейт-Ләхәм, Йәһүҙә нәҫелдәренең иң бәләкәсе булһаң да, Минең ихтыярым буйынса, Исраилға юлбашсы буласаҡ зат һинән сығыр. Уның тамыры әүәлдән, борон-борондан уҡ килә.


Хаҡтыр: йөклө ҡатын балаһын тапҡанға тиклем Раббы исраилдарҙы дошмандарына бирәсәк. Һуңынан бөтә туғандары исраилдарға ҡайтасаҡ.


Үҙенә тип сүлдә әҙерләнгән урынға осһон өсөн, ҡатынға ҙур бөркөттөң ҡанаттары бирелде. Йыландың буйы етмәгән был урында ҡатынға бер йыл, ике йыл һәм ярты йыл буйы хәстәрлек күрһәтеләсәк.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan