Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Миха 3:2 - Изге Яҙма

2 Ә һеҙ яҡшылыҡты кире ҡағып, Яманды яратаһығыҙ. Халҡымдың тиреһенә тиклем һалдыраһығыҙ, Һөйәгенән итен айыраһығыҙ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

2 Ә һеҙ яҡшылыҡты кире ҡағып, Яманды яратаһығыҙ. Халҡымдың тиреһенә тиклем һалдыраһығыҙ, Һөйәгенән итен айыраһығыҙ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

2 Ә һеҙ яҡшылыҡты кире ҡағып, Яманды яратаһығыҙ. Халҡымдың тиреһенә тиклем һалдыраһығыҙ, Һөйәгенән итен айыраһығыҙ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Миха 3:2
32 Iomraidhean Croise  

– Нимә, дошманым, тоттоңмо мине? – тине Ахав Ильясҡа. – Тоттом, – тип яуапланы пәйғәмбәр. – Сөнки һин Раббы күҙендә яман булған ғәмәлдәргә бирелдең.


Уның ҡаршыһына Ханани улы Йеһу әүлиә сығып, былай ти: – Һиңә ни өсөн иманһыҙға ярҙам итеп, Раббыны күрә алмаусыларҙы ниңә яратырға кәрәк булды? Шул арҡала һиңә Раббының асыуы төшәсәк.


Ят илаһтарға эйәргәндәрҙең хәсрәте артыр. Мин боттарға ҡанлы ҡорбандар килтермәм, Исемдәрен телемә лә алмам.


Эй Алла, доғамды тыңлаһана, Ҡолаҡ һал ауыҙымдан сыҡҡан һүҙҙәргә.


Ҡанун боҙғандар яуызды маҡтай, ҡанунға тоғролар уларға ҡаршы сыға.


Ни хаҡығыҙ менән халҡымды иҙәһегеҙ, Фәҡирҙәрҙе ҡыйырһытаһығыҙ?» Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы белдерә быны.


Яманды – яҡшы, яҡшыны – яман тип әйткәндәргә, Ҡараңғылыҡты – яҡтылыҡ, яҡтылыҡты – ҡараңғылыҡ тип күргәндәргә, Әсене – татлы, татлыны – әсе тип һанағандарға ҡайғы!


Һүҙҙә генә тоғро булғанығыҙҙы, Ҡылған ғәмәлдәрегеҙҙе асасаҡмын, Уларҙың һеҙгә файҙаһы булмаҫ.


Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Был ҡала – ысынлап та ҡаҙан һымаҡ. Әммә ит – һеҙ үлтереп уға һалған кешеләрҙең мәйеттәре. Мин һеҙҙе ҡаланан ҡыуып сығарасаҡмын.


Ундағы башлыҡтар табышын йыртҡыслаған бүре шикелле: хаҡһыҙ табыш алыр өсөн кешеләрҙең ҡанын ҡоялар, йәнен ҡыялар.


Ит һал, иң һәйбәт өлөшөн: Бото менән ҡалаҡ һөйәген, Бай һөйәктәрен тултыр.


Эс майы менән туйынаһығыҙ, йөндән кейенәһегеҙ, ҡуйҙарҙың иң һимеҙен һуяһығыҙ, ә малдарҙы ҡайғыртмайһығыҙ.


Эй һеҙ, Самария тауындағы Башан һыйырҙары, Һеҙ, ярлыларҙы ҡыҫырыҡлаған, Фәҡирҙәрҙе иҙгән, ирҙәренә: «Ҡайҙа, эсергә алып кил!» – тигән ҡатындар, Был һүҙҙәргә ҡолаҡ һалығыҙ!


Яуызлыҡты кире ҡағып, яҡшылыҡты үҙ итегеҙ, Ҡала ҡапҡаһы янында хаҡ хөкөмдө тергеҙегеҙ, Бәлки, шул саҡ Раббы, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, Йософ нәҫеленең иҫән ҡалғандарын аяр.


Ләкин һуңғы ваҡыттарҙа Минең халҡым Үҙемә дошман булды: Дошманлашыу уйында ла булмаған, Тыныс ҡына йөрөп ятҡан кешеләрҙең Кейемдәрен талап алаһығыҙ.


Илдә Аллаға тоғролар ҡалманы, Намыҫлы кешеләр бөткән. Һәммәһе ҡан түгер өсөн боҫҡонда торор, Туған туғанына тоҙаҡ ҡорор.


Яманлыҡҡа ҡулдары ҡайһылай оҫта: Етәкселәр бүләк талап итә, Хөкөмсөләр ришүәт ала, Хакимдар теләгәнен таптыра. Бөтәһе лә хәйлә менән эш итә.


Башлыҡтары – ырылдаған арыҫлан, Хөкөмсөләре төнгө бүреме ни, Таң атыуға һис бер нәмә ҡалдырмаҫтар.


Халыҡ иһә уны яратмаған һәм: «Беҙ уның батшалыҡ итеүен теләмәйбеҙ», – тип, артынса уҡ илселәр ебәргән.


Шунда барыһы ла: – Уны түгел! Бараббасты! – тип ҡысҡырҙы. Бараббас иһә юлбаҫар ине.


Донъя һеҙгә нәфрәтләнмәй, ә Мине күрә алмай, сөнки Мин уның эштәренең яуыз булғанын күрһәтеп торам.


Алланың бойороғонда, ундай эштәрҙе ҡылған әҙәмдәр үлемгә лайыҡ, тип әйтелгәнен белә тороп, был яманлыҡтарҙы үҙҙәре эшләп кенә ҡалмай, уларҙы ҡылыусыларҙы хуплап-ҡеүәтләп торалар.


Мөхәббәтегеҙ саф күңелдән булһын, яманлыҡҡа – нәфрәтле, яҡшылыҡҡа тоғро булығыҙ.


ҡаты бәғерле, кеше менән һыйыша алмаған, яла яғыусан, тотанаҡһыҙ, аяуһыҙ, яҡшылыҡҡа нәфрәтле,


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan