Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Миха 2:6 - Изге Яҙма

6 Кешеләр әйтә: „Беҙгә аҡыл өйрәтмә! Бындай хәлдәр тураһында һөйләмә. Беҙ хурлыҡҡа ҡалмайбыҙ“, – тиҙәр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

6 Кешеләр әйтә: „Беҙгә аҡыл өйрәтмә! Бындай хәлдәр тураһында һөйләмә. Беҙ хурлыҡҡа ҡалмайбыҙ“, – тиҙәр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

6 Кешеләр әйтә: „Беҙгә аҡыл өйрәтмә! Бындай хәлдәр тураһында һөйләмә. Беҙ хурлыҡҡа ҡалмайбыҙ“, – тиҙәр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Миха 2:6
21 Iomraidhean Croise  

Ғазап туҫтағы Раббы ҡулында, Ул ҡайнап торған, тәмләткестәр ҡушылған шарапҡа тулы. Раббы шарапты ҡойор, Ер йөҙөндәге барлыҡ залимдар Төпрәһенә тиклем эсеп ҡуйыр.


Сөнки Раббы һеҙгә тәрән йоҡо күндерҙе, Күҙегеҙҙе йомдорҙо, эй пәйғәмбәрҙәр; Аңығыҙҙы томаланы, эй әүлиәләр.


Улар әүлиәләргә: «Инде күренмештәр күрмәгеҙ», – тиҙәр. Улар пәйғәмбәрҙәргә: «Беҙгә дөрөҫ күренмештәр кәрәкмәй, Ишеткебеҙ килгәнде генә һөйләгеҙ. Уйҙырма күренмештәр генә еткерегеҙ, – тиҙәр, –


– Эй әҙәм улы, йөҙөңдө көньяҡҡа табан бор, көньяҡҡа өндәш, Негев урманына ҡаршы пәйғәмбәрлек ит.


– Эй әҙәм улы, йөҙөңдө Йәрүсәлимгә табан бор, изге урындарға ҡаршы һөйлә, Исраил еренә ҡаршы пәйғәмбәрлек ит.


Телеңде аңҡауыңа йәбештерермен һәм һин телһеҙ ҡалырһың, уларҙы фашлай алмаҫһың, сөнки был – фетнәсел нәҫел.


Ә һеҙ нәзирҙәргә шарап эсерҙегеҙ, Пәйғәмбәрҙәргә пәйғәмбәрлек итмәҫкә бойорҙоғоҙ.


Инде Бейт-Илдә пәйғәмбәрлек итмә. Был батшаның изге урыны, батшалыҡтың ҡорамы! – тине.


Ә хәҙер Раббы һүҙенә ҡолаҡ һал! Һин миңә: «Исраилға ҡаршы пәйғәмбәрлек ҡылма, Исхаҡ нәҫеленә ҡаршы һөйләмә», – тип әйтәһең.


Шуға күрә һеҙгә күренмештәрһеҙ төн килер, Ҡараңғыла күрәҙәлек итә алмаҫһығыҙ. Пәйғәмбәрҙәр өсөн ҡояш батыр, Көнөгөҙҙө ҡараңғылыҡ баҫыр.


Ғомри батшаның ҡағиҙәләрен үтәп, Ахав йортоноң йолаларын тоттоғоҙ; Улар кәңәшенә тоғроһоғоҙ. Шуға күрә һине бушлыҡҡа әйләндерәм, Ҡала халҡын хурлыҡҡа ҡалдырам, Ҡәүемдәр өсөн мәсхәрә булырһығыҙ».


Әммә, был хаҡта халыҡ араһында һүҙ ҡуйырмаһын өсөн, әйҙәгеҙ, бынан ары был Кеше исеменән бер кемгә лә һөйләнеп йөрөмәһендәр, тип ҡурҡытып ҡуяйыҡ, – тип үҙ-ара кәңәш ҡорҙолар.


– Беҙ һеҙгә ҡәтғи рәүештә был Кеше исеменән өйрәтмәҫкә бойорғайныҡ түгелме? Ә һеҙ үҙегеҙҙең тәғлимәтегеҙҙе бөтә Йәрүсәлимгә тараттығыҙ һәм ул Кешенең үлемендә беҙҙе ғәйепләйһегеҙ, – тине.


Илселәрҙе саҡырып индерҙеләр ҙә, уларҙы туҡмап, Ғайса исеменән өйрәтмәҫкә бойороп, иреккә сығарҙылар.


– Тиҫкәре халыҡ! – тине Стефанус. – Сөннәтте ҡабул итһәгеҙ ҙә, йөрәктәрегеҙ ҙә, ҡолаҡтарығыҙ ҙа бикле! Һеҙ, аталарығыҙ кеүек үк, Изге Рухҡа һәр ваҡыт ҡаршы киләһегеҙ.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan