Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Миха 2:12 - Изге Яҙма

12 «Эй Яҡуп нәҫеле, Мин һеҙҙе мотлаҡ бергә туплайым, Исраилдың иҫән ҡалғандарын йыйып алам. Аҙбарҙағы һарыҡ, көтөүлектәге мал һымаҡ Илегеҙ кешеләр менән тулыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

12 Эй Яҡуп нәҫеле, Мин һеҙҙе мотлаҡ бергә туплайым, Исраилдың иҫән ҡалғандарын йыйып алам. Аҙбарҙағы – һарыҡ, көтөүлектәге мал һымаҡ Илегеҙ кешеләр менән тулыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

12 «Эй Яҡуп нәҫеле, Мин һеҙҙе мотлаҡ бергә туплайым, Исраилдың иҫән ҡалғандарын йыйып алам. Аҙбарҙағы һарыҡ, көтөүлектәге мал һымаҡ Илегеҙ кешеләр менән тулыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Миха 2:12
28 Iomraidhean Croise  

Белағ донъя ҡуйғас, Босранан Зерахтың улы Йовав тәхеткә ултыра.


Белағ донъя ҡуйғас, Босранан Зерахтың улы Йовав тәхеткә ултыра.


Ул көн бөйөк Хаким ҡабат ҡулын һуҙыр, Үҙ халҡынан иҫән ҡалғандарҙы Ашшурҙан, Мысырҙан, Паҫростан, Куштан, Ғеламдан, Шинғарҙан, Хамаҫтан, Диңгеҙ буйындағы ерҙәрҙән кире ҡайтарыр.


Әммә шундай көндәр килә: Раббы Евфрат йылғаһынан алып Мысыр сигендәге йылғаға тиклем ашлыҡ һуғыр һәм һеҙҙе, эй Исраил балалары, бер-бер артлы бер урынға туплар.


Раббының ҡылысы – ҡанға, Ҡуй һәм кәзә тәкәләре ҡанына туйынды. Эс майына, һарыҡ тәкәләренең бөйөр майына буялды. Сөнки Раббы Босрала ҡорбан килтерә, Эдомда оло ҡырылыш бара.


Һарыҡтар унда үҙ көтөүлегендәге һымаҡ йөрөр. Һимеҙ бәрәстәр харабалар араһында утлар.


Унан һуң ҡуйҙарымдың ҡалғанын, Үҙем ҡыуып ебәргән бөтә илдәрҙән йыйып алып, утлауҙарына кире ҡайтарырмын. Унда үрсерҙәр һәм ишәйерҙәр.


Ул көндәрҙә Йәһүҙә нәҫеле менән Исраил нәҫеле бергәләшеп төньяҡтағы илдән Мин аталарығыҙға биләмә итеп биргән ергә киләсәк».


Раббы Хаким былай ти: «Инде ҡуйҙарымды Үҙем эҙләрмен, Үҙем ҡарармын.


Уларҙы халыҡтар араһынан сығарырмын, илдәрҙән йыйып алырмын, үҙҙәренең йорттарына кире ҡайтарырмын. Уларҙы Исраил тауҙарында, тарлауыҡтарҙа, илдең бөтә төйәктәрендә көтөрмөн.


Мин көтөүемде ҡотҡарырмын, башҡаса улар табыш булмаҫ. Ҡуй менән ҡуй араһында Үҙем хөкөм йөрөтөрмөн.


Минең ҡуйҙарым, Минең көтөүлегемдең һарыҡтары – һеҙ кешеләрһегеҙ, ә Мин – һеҙҙең Аллағыҙ», – тип белдерә Раббы Хаким.


Раббы Хаким былай ти: «Мин, тағы ла халҡым Исраилдың үтенесенә ҡолаҡ һалып, уларҙы ҡуй көтөүе кеүек күбәйтермен.


уларға әйт, Раббы Хаким былай ти: «Бына, Мин, һәр яҡҡа таралған халҡым Исраилды үҙҙәре киткән ҡәүемдәр араһынан йыйып алып, үҙ ерҙәренә кире ҡайтарасаҡмын.


Йәһүҙә халҡы менән Исраил халҡы берләшеп, үҙҙәренә бер башлыҡ ҡуйыр һәм ерҙәрендә сәскә атыр, сөнки Изреғилдең көнө бөйөк бер көн булыр!


Теманға Мин ут төртәм, Босра ҡәлғәләрен ялҡын ялмап йотор!»


Шул саҡ ҡаршылыҡтарҙы емереүсе Үҙенең халҡы алдынан барыр. Улар, ҡапҡаларҙы бәреп асып, азатлыҡҡа сығыр, Батшалары Алла Үҙе алдан атлар, Раббы юл башлаусы булыр».


Ә һин, эй көтөүҙе күҙәтә торған манара, Сион-ҡыҙҙың нығытмаһы булған Йәрүсәлим, Хакимлығың һиңә кире ҡайтыр, Йәрүсәлим батшалығын кире алыр».


Яҡуп нәҫеленең иҫән ҡалғандары Бихисап халыҡтар араһында Раббының ысығы һымаҡ, Һис кем уйламаған, көтмәгәндә Килеп яуған ҡойма ямғыр кеүек булыр.


Яҡуп нәҫеленең иҫән ҡалғандары Ҡәүемдәр, бихисап халыҡтар араһында, Урман кейектәре араһындағы арыҫлан, Һарыҡ көтөүе эсендәге йәш арыҫлан булыр: Бер ташланһа – өҙөп, тетеп ташлар, Бер кем уға ҡаршы тора алмаҫ, ярҙам итмәҫ.


Йә Раббы, ҡулыңдағы таяғың менән Үҙ халҡыңды – өлөшөң булған көтөүеңде – көт. Тирә-яҡта уңдырышлы ерҙәр булһа ла, Улар урман шырлығында яңғыҙ көн күрә. Инде улар элекке дәүерҙәрҙәге һымаҡ Башан менән Ғилғәдтә утлап йөрөһөн.


Һинең һымаҡ гонаһтарҙы ярлыҡаған, Үҙ халҡының иҫән ҡалғандарының ғәйебен ғәфү ҡылған, Мәңгелеккә асыуын тотмаған, Тоғро һөйөүенән ләззәт алғанБашҡа алла бармы?


Шул ваҡытта бөтәгеҙҙе лә туплармын, Шул дәүерҙә һеҙҙе кире ҡайтарырмын, Ерҙәге бөтә халыҡтар араһында Һеҙгә маҡтау, дан ҡаҙандырырмын, Элекке именлекте бирермен, Быны үҙ күҙегеҙ менән күрерһегеҙ», – Раббы шулай тип белдерә.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan