Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Миха 2:10 - Изге Яҙма

10 Тороғоҙ ҙа ҡуҙғалығыҙ бынан, Был илдә һеҙгә тынғылыҡ булмаясаҡ. Был ер, нәжесләнгән өсөн, Аяуһыҙ рәүештә емереләсәк.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

10 Тороғоҙ ҙа ҡуҙғалығыҙ бынан, Был илдә һеҙгә тынғылыҡ булмаясаҡ. Был ер, нәжесләнгән өсөн, Аяуһыҙ рәүештә емереләсәк.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

10 Тороғоҙ ҙа ҡуҙғалығыҙ бынан, Был илдә һеҙгә тынғылыҡ булмаясаҡ. Был ер, нәжесләнгән өсөн, Аяуһыҙ рәүештә емереләсәк.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Миха 2:10
20 Iomraidhean Croise  

Үҙем биргән тупраҡтан Исраилды ҡырҡып ташлармын; исемемә бағышланып, Мин изгеләштергән ҡорамдан ваз кисермен һәм бөтә халыҡтар алдында Исраил мәсхәрәгә ҡалып, ғибрәткә әйләнер.


Исраилда Пеҡах батшалыҡ иткән заманда Ашшур батшаһы Тиглат-Пиләсәр килеп Ғиййон, Авел-Бейт-Мағаха, Яноах, Ҡәдәш, Хасор ҡалаларын, Ғилғәдте, Галилеяны һәм Нафтали ырыуының бөтә ерҙәрен баҫып алды, уларҙың халҡын Ашшурға һөргөнгә ҡыуып алып китте.


Һошеяғтың батшалыҡ итеүенең туғыҙынсы йылында Ашшур батшаһы ҡаланы ҡулға төшөрҙө һәм Исраил халҡын Ашшурға һөргөнгә алып китте. Уларҙы Халахҡа, Хавор йылғаһы буйындағы Гозан төбәгенә һәм Мадай ҡалаларына төйәкләндерҙе.


Үҙем биргән тупраҡтан Исраилды йолҡоп ташлармын; исемемә бағышланып, Мин изгеләштергән был ҡорамдан ваз кисермен һәм, бөтә халыҡтар алдында уны мәсхәрәгә ҡалдырып, ғибрәткә әйләндерермен.


Улар Раббы фатихаһы менән бик ныҡ үрсей, Раббы мал-тыуарҙарын ишәйтә.


Һөйөнһөн күк, тантана итһен ер! Диңгеҙ һәм ундағы йән эйәләре шаулаһын!


Раббы былай ти: «Мин был юлы ошо ерҙә йәшәүселәрҙе Һапҡы менән алып бырғайым. Уларға бәлә килтерәм, тойһондар, Дошмандары уларҙы тотоп алһын».


Яланғас түбәләргә күтәрелеп ҡара ла күр: Һин фәхешлек итмәгән урын ҡалдымы? Юл ситендә уйнаштарыңды көтөп, һин Сүлдәге юлбаҫар һымаҡ ултырҙың; Фәхешлегең, яуызлығың менән ерҙе нәжесләнең.


Ана Сиондан иңрәү тауышы ишетелә: «Беҙ ҡыйратылдыҡ! Мәсхәрәгә ҡалдыҡ, Илебеҙҙе ташлап китергә мәжбүрбеҙ, Йорттарыбыҙ емерелде».


– Эй әҙәм улы, Исраил нәҫеле үҙ тупрағында йәшәгән саҡта тотҡан юлдары һәм ҡылған ғәмәлдәре менән уны нәжесләне. Уларҙың бындай ҡылығы Минең өсөн ҡатын-ҡыҙҙың күрем ваҡытындағы нәжесе кеүек булды.


Уларҙы ҡәүемдәр араһына тараттым, төрлө илдәргә сәселделәр. Тотҡан юлдары һәм ҡылған ғәмәлдәренә күрә хөкөм иттем уларҙы.


Әлегә һеҙ тыныс урынға, Аллағыҙ Раббы бирәсәк ергә етмәгәнһегеҙ әле.


мин һеҙҙе бөгөн киҫәтеп әйтәм, мотлаҡ һәләк булырһығыҙ, Иордан йылғаһы аша сығып биләр өсөн барған ерегеҙҙә оҙаҡ йәшәй алмаҫһығыҙ.


бөгөн һеҙгә ер менән күкте шаһит ҡылып әйтәм, һеҙ Иордан аша сығып, биләмәгә аласаҡ ерегеҙҙе бик тиҙ юғалтырһығыҙ, унда оҙаҡ йәшәй алмаҫһығыҙ, мотлаҡ юҡ ителерһегеҙ.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan