Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Миха 1:5 - Изге Яҙма

5 Былар барыһы ла Яҡуптың енәйәте, Исраил халҡының гонаһы арҡаһында. Яҡуп нәҫеленең фетнәһе өсөн кем яуаплы? Самария түгелме ни? Йәһүҙәләге табыныу ҡалҡыулыҡтары өсөн Кем яуап бирер? Йәрүсәлим түгелме ни?

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

5 Былар барыһы ла Яҡуптың енәйәте, Исраил халҡының гонаһы арҡаһында. Яҡуп нәҫеленең фетнәһе өсөн кем яуаплы? Самария түгелме ни? Йәһүҙәләге табыныу ҡалҡыулыҡтары өсөн кем яуап бирер? Йәрүсәлим түгелме ни?

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

5 Былар барыһы ла Яҡуптың енәйәте, Исраил халҡының гонаһы арҡаһында. Яҡуп нәҫеленең фетнәһе өсөн кем яуаплы? Самария түгелме ни? Йәһүҙәләге табыныу ҡалҡыулыҡтары өсөн Кем яуап бирер? Йәрүсәлим түгелме ни?

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Миха 1:5
30 Iomraidhean Croise  

Сөләймән Йәрүсәлимдең көнсығышындағы тауҙа Моавтың ерәнгес илаһы Кемош менән ғаммондарҙың ерәнгес илаһы Мөләхкә табыныу ҡалҡыулыҡтары төҙөттө.


Сөнки уның Бейт-Илдәге ҡорбан усағына һәм Самария ҡалаларындағы табыныу ҡалҡыулыҡтарындағы ғибәҙәтханаларға ҡаршы Раббы бойороғо буйынса әйткәндәренең барыһы ла бойомға ашасаҡ.


Ғомри ике талант көмөш түләп, Сәмәр тигән кешенән Самария тауын һатып алды һәм унда ҡала төҙөнө. Был ҡаланы тауҙың элекке хужаһының исеме менән Самария тип атаны.


Батшалыҡ итеүенең һигеҙенсе йылында, үҫмер генә сағында, ул боронғо бабаһы Дауыттың Аллаһына ынтыла башлай, ә ун икенсе йылында Йәһүҙә менән Йәрүсәлимде табыныу ҡалҡыулыҡтарынан, Ашера ҡолғаларынан, уйылған һәм ҡойолма боттарҙан таҙартырға тотона.


Уның бойороғо менән халыҡ Бәғелдең ҡорбан усаҡтарын һәм улар янындағы хуш еҫ төтәтеү усаҡтарын емерә, Ашера ҡолғаларын ҡырҡа, уйылған һәм ҡойолма боттарҙы вата, онтаҡтарын уларға ҡорбан килтергәндәрҙең ҡәберҙәре өҫтөнә һибә.


Самария – бары тик Әфраимдың баш ҡалаһы, Ремалъяһтың улы бары тик Самарияның башлығы. Әгәр ҙә ныҡлап ышанмаһағыҙ, Ҡаршы тора алмаҫһығыҙ».


Үҙеңде етәкләп барған Аллаң Раббыны ташлауың менән Үҙ башыңа быларҙы килтерҙең түгелме?


Һине үҙ яуызлығың үҙе язалар, Хыянатың үҙе һине фашлар. Аллаң Раббыны ташлауыңдың, Минән ҡурҡа белмәүеңдең Ниндәй яман һәм аяныс икәнен күр ҙә аңла, – тип белдерә Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Самария пәйғәмбәрҙәре араһында Ерәнгес бер нәмә күрҙем: Улар Бәғел исеменән пәйғәмбәрлек итте, Халҡымды юлдан яҙҙырҙы.


Әммә Йәрүсәлим пәйғәмбәрҙәре араһында Бынан да ҡурҡынысырағын күрҙем: Улар зина ҡыла, ялған эсендә йәшәй; Яуызлыҡты һис кем ташламаһын өсөн Залимдарға ҡеүәт бирәләр. Минең өсөн улар – Содом кеүек, Йәрүсәлим халҡы Ғамора һымаҡ булды».


Тотҡан юлың, ҡылған ғәмәлдәрең арҡаһында Башыңа төштө былар барыһы ла. Ниндәй әрнеткес был язаң! Йөрәгеңә үтеп инә».


Ҡылған енәйәттәрегеҙ ошоларҙан мәхрүм итте, Гонаһтарығыҙ ошо бәрәкәттән айырҙы.


Тыңла, ер йөҙө! Был халыҡҡа һәләкәт килтерәм – Яман ниәттәренең емеше был. Сөнки әйткәнемә ҡолаҡ һалманылар, Ҡанун-ҡағиҙәләремдән баш тарттылар.


Башыбыҙҙан тажыбыҙ ҡоланы, Ҡайғы беҙгә! Гонаһ ҡылдыҡ.


Өлкән апайың – ҡыҙҙары менән һинән төньяҡта йәшәгән Самария, ә һеңлең – ҡыҙҙары менән һинән көньяҡта йәшәгән Содом.


Исраилды дауаларға теләгән сағымда, Әфраимдың намыҫһыҙлығы, Самарияның яуызлығы асылды. Улар мәкер менән эш итә, Бурҙары өйҙәргә баҫып инә, Юлбаҫарҙары урамда талай.


Ҡайғы һеҙгә, Сиондағы вайымһыҙҙар, Самария тауында үҙен именлектә тип һанағандар, Беренсе булып һаналған халыҡтың затлылары, Ярҙам һорап, янығыҙға Исраил нәҫеле килгән түрәләр!


Исхаҡ нәҫеленең табыныу ҡалҡыулыҡтары юҡҡа сығыр, Исраилдың мөҡәддәс урындары емерелер, Яровғам батша йортона ҡаршы ҡылыс күтәрермен.


Самарияның боттары менән ант итеүселәр, Йәки: „Һинең илаһың менән ант итәм, Дан“, Йә: „Беер-Шәвәғкә барған юл менән ант итәм“, – тип әйтеүселәр Йығылыр ҙа бүтәнсә тора алмаҫ».


Эй Лахишта йәшәгәндәр, Аттарығыҙҙы яу арбаларына егегеҙ. Сион-ҡыҙҙың гонаһының башы һеҙ булдығыҙ, Сөнки Исраилдың енәйәттәренә һеҙ ғәйепле.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan