Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Миха 1:16 - Изге Яҙма

16 Эй Йәһүҙә, ғәзиз балаларыңа ҡайғырып, сәсеңде ҡыр, Башың ҡарағош башылай ялтас ҡалһын, Сөнки балаларың һинән һөргөн китәсәк!

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

16 Эй Йәһүҙә, ғәзиз балаларың ҡайғыһынан сәсеңде ҡыр, Башың ҡарағош башылай ялтас ҡалһын, Сөнки балаларығыҙ һинән һөргөн китәсәк!

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

16 Эй Йәһүҙә, ғәзиз балаларыңа ҡайғырып, сәсеңде ҡыр, Башың ҡарағош башылай ялтас ҡалһын, Сөнки балаларың һинән һөргөн китәсәк!

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Миха 1:16
18 Iomraidhean Croise  

Һошеяғтың батшалыҡ итеүенең туғыҙынсы йылында Ашшур батшаһы ҡаланы ҡулға төшөрҙө һәм Исраил халҡын Ашшурға һөргөнгә алып китте. Уларҙы Халахҡа, Хавор йылғаһы буйындағы Гозан төбәгенә һәм Мадай ҡалаларына төйәкләндерҙе.


Әйүп торҙо ла ҡайғыһынан сапанын йыртып ташланы, сәсен ҡырҙы ла ергә йөҙтүбән ҡапланды.


Шуға күрә Дивон илар өсөн табыныу йортона, Табыныу ҡалҡыулыҡтарына сыҡты. Моав халҡы Нево һәм Медева өсөн үкһей. Һәр береһенең сәсе алынған, Һәммәһенең һаҡалы ҡырылған.


Ул көндө бөйөк Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, һеҙҙе һыҡтарға, Сәсегеҙҙе ҡырып ташлап иларға, Ҡыл туҡымаға уранырға өндәне.


Был ерҙә затлы кеше лә, ябайы ла үлер, уларҙы һис кем ерләмәҫ; һис кем улар өсөн ҡайғырып тәненә яра һалмаҫ, сәсен алдырмаҫ.


Шуға күрә ҡыл туҡыма уранығыҙ, Илағыҙ, һыҡтағыҙ; Сөнки Раббының дөрләп янған асыуы Беҙҙе ситләп үтмәне.


Газа әсе хәсрәтенән сәсен ҡырыр, Ашҡылон өнһөҙ ҡалыр. Эй үҙәнлектә иҫән ҡалғандар, Ҡасанға саҡлы тәнегеҙҙе йәрәхәтләрһегеҙ?“»


Бисара халҡым, ҡыл туҡыма уран, Көлгә ятып ауна. Яңғыҙ улың өсөн йәш түккәндәй, Әсенеп, әрнеп ила, Сөнки дошман беҙгә көтмәгәндә һөжүм итер.


Эй Йәрүсәлим, сәсеңде ҡырҡып ташла, Яланғас ҡалҡыулыҡтарҙа һыҡта. Сөнки асыуын ҡабартҡан был нәҫелдән Раббы ваз кисте, уны ташланы.


Тор, төндәр буйы, һаҡ алышынған һайын инәлеп һора, Бөйөк Хаким ҡаршыһында хәсрәт-ҡайғыңды түк; Ҡулыңды һон, балаларыңдың иҫән ҡалыуын ялбар, Улар урам саттарында аслыҡтан һушһыҙ йығыла.


Сөнки Ғамос былай ти: «Яровғам ҡылыстан үләсәк, Исраил халҡы үҙ еренән һөргөнгә ебәреләсәк».


Шуға күрә Раббы былай ти: «Ҡатының ҡалала фәхишә булыр, Ул-ҡыҙҙарың ҡылыстан һуйылыр, Ереңде бүлгеләп алырҙар, Үҙең иһә хәрәм бер илдә үлерһең. Исраил халҡы үҙ тупрағынан Һөргөнгә ҡыуылыр, ҡыуылмай ҡалмаҫ».


Байрамдарығыҙҙы ҡайғыға, Йырҙарығыҙҙы илау-һыҡтауға әүерелдерәм. Өҫтөгөҙгә ҡыл туҡыма урандырам, Сәсегеҙҙе ҡырҙырып ташлайым, Яңғыҙ улына йәш түккән һымаҡ, һыҡтау торор, Ахыры сикһеҙ әсенеш булыр».


Улдарығыҙ һәм ҡыҙҙарығыҙ тыуыр, тик улар янығыҙҙа ҡалмаҫ, әсирлеккә китер.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan